Күркәм байрам айҡанлы Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында йәшәгән малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн әкиәти майҙансыҡ асылды. Унда рәхәтләнеп уйнарға, дуҫтарың менән кинәнеп аралашырға мөмкин. Бөгөн иһә район үҙәгендә “Яңы йыл уйындары-2020” тигән бик матур сара үткәрелде. Унда спорт яратҡан, әүҙем, дәртле һәм тәүәккәл ғаиләләр ҡатнашты.
Иртәгә “Еҙем” физкультура-сәләмәтләндереү комплексында – армспорт, Н. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында шахмат буйынса ярыштар үтәсәк. 6 ғинуарҙа иһә районда мини-футбол, баскетбол, 7 ғинуарҙа – саңғыла шыуыу, волейбол, 8 ғинуарҙа – спорт туризмы, баскетбол, 9 ғинуарҙа – көрәш, 10 ғинуарҙа – саңғы, 11 ғинуарҙа мини-футбол буйынса ярыштар ойоштороласаҡ. Бына шулай Ғафури районында бик әүҙем, дәртле халыҡ йәшәй!