Баймаҡ үҙәк китапханаһынан Яңы йыл каникулдары осоронда ла китап уҡыусылар өҙөлмәй. Нәфис әҙәбиәтте яратҡан кешеләр өсөн байрам да, ял да юҡ. Улар күңел ҡушыуы буйынса килә бында.
2020 йылдың тәүге китап уҡыусыһы Гөлниса Йомағолова - Баймаҡ үҙәк китапханаһының тоғро дуҫтарының береһе. “Килгән һәр яңы китапты тәүгеләрҙән алып уҡыйым. Бала саҡтан шулай күнеккәнмен, әле лә был шөғөлөмә тоғромон. Китап уҡымаһам, нимәлер етмәгән кеүек, донъянан артта ҡалырмын һымаҡ тойола”, - ти Гөлниса Йомабай ҡыҙы.
Бына шундай китап йәнле дуҫтары күп Баймаҡ үҙәк китапханаһының. Әйткәндәй, яңы йылдың тәүге көндәрендә үк китап алырға барғандар райондың һәр ауыл китапханаһында ла бар. Мәҫәлән, Ишбирҙелә тәүгеләрҙән булып Гөлйөҙөм Биҡҡолова, Ынйыгөл һәм Линера Тулыбаевалар килгән.
Фотолар Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.