Йәмғиәт
2 Января 2020, 14:55

Ҡыҙҙарҙың да була төрлөһө...

Яңы йылды ҡаршы алғанда атай кеше менән иҫерткес эсемлекте артыҡ “тейәгән” ҡыҙы араһында бәхәс ҡуба. Быға тиклем дә хөкөм ителгән 40 йәшлек ҡыҙ ҡулына бысаҡ ала...

Яңы йыл табынында бокалдарҙы күтәргәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәр саманы онотоп ебәрә.
Кисә Белорет районы дауаханаһына 63 йәшлек ир кешене килтерәләр. Яңы йылды ҡаршы алғанда атай кеше менән иҫерткес эсемлекте артыҡ “тейәп ташлаған” ҡыҙы араһында бәхәс ҡуба. Бәхәс барышында быға тиклем дә хөкөм ителгән 40 йәшлек ҡыҙ атаһының күкрәгенә бысаҡ менән сәнсә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулына эләккәс, янъялсы атаһын үлтерергә теләүе тураһында хәбәр итә. Был күңелһеҙ осраҡ буйынса РФ Енәйәт кодексының 111-се статьяһына ярашлы енәйәт эше ҡуҙғатылған.
“Башинформ” фотоһы.
Читайте нас