Октябрь аҙағына тиклем уның тураһында яҡындарынан, дуҫ-таныштарынан башҡа бер кем дә белмәй ине. Хәҙер иһә республиканың һәр мөйөшөнән тиерлек “Табылдымы шул Мазовтар?”, “Нимә генә эшләп бөттө икән шулар?” тигән һорауҙар яңғырай.
37 йәшлек Өфө кешеһе Артем алты һәм һигеҙ йәшлек малайҙарын алып өйөнән сығып китте һәм ошоға тиклем уларҙың ҡайҙалығы билдәле түгел. Был хәл ир ҡатыны Эльмира менән талашҡандан һуң сыға. Төрлө фараздар бар, кемдер ир үҙен һәм балаларын үлтергән ти, икенселәр улар ҡайҙалыр йәшенеп ята тигән фекерҙә.
Эҙләү дауам иткән саҡта, “Проуфу” баҫмаһы хәбәрселәре уның кемлеген асыҡларға булған.
“Себенде лә ҡыйырһытмай”, – ти уны белгән кешеләр бер тауыштан. Артем эстән генә түгел, тышҡы ҡиәфәте менән дә яҡты, асыҡ кеше булған. Мазовтар ғаиләһендә ул 1982 йылдың 16 мартында донъяға килгән. Черниковкала йәшәгән һәм үҫкән, шунда балалар баҡсаһына, мәктәпкә йөрөгән. Спорт менән дуҫ булған, өс йыл дзюдо менән шөғөлләнгән, тик сысҡан биҙгәге менән сирләп киткәс, ташларға мәжбүр булған. Аҙаҡ волейболға йөрөй башлаған. Спорттың был төрөнән Артемдың күренерлек уңыштары ла булған.
– Мин уның уҡытыусыһы һәм тренеры инем. Ныҡ тыныс, һәйбәт уҡыны, тәртипле ине. Һәр ваҡыт күрешеп, һаубуллашып йөрөнө, дәрестәрҙә лә тыныс була торғайны. Бөтә яҡлап та ыңғай егет. Волейбол менән шөғөлләнгән сағында ла тығыҙ аралаштыҡ. Команда көслө ине, ике тапҡыр ҡала беренселегендә еңдек. Артем уртаса уйнаны. Мәктәптән һуң уның менән күрешмәнек, – ти уның физкультура уҡытыусы, тренеры Александр Пайкин.
Артемды һәм уның ғаиләһен мәктәптә башҡалар ҙа ыңғай яҡтан ғына хәтерләй. Мазовтар тыныс, ыңғай булған. Артем үҙе лә классташтары менән низағлашмаған.
Мәктәпте тамамлағас, егет атаһы юлынан китергә булған һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының авиация двигателдаре кафедраһына уҡырға ингән. Уның курсташтары Артемды әллә ни хәтерләмәй ҙә икән. Тик бер иптәше, үҙенең кемлеген әйтмәй генә, Артем менән Эльмираның дуҫлашып йөрөгән сағын һөйләгән.
Улар студент сағынан бергә. Иптәше белдереүенсә, волейбол буйынса ярыштар ваҡытында танышҡандар. Эльмира Артемдан ике йәшкә кесерәк. Егет өсөн был мөнәсәбәт бик етди булған. Улар 18 йыл бергә йәшәгән. Осрашҡан саҡтарында йөрөүҙәре тураһында кешегә белдермәгәндәр. “Мөнәсәбәттәренең етдилеге һиҙелә ине, тик улар быны күрһәтергә тырышманы. Был сифат күп йәш парҙарға хас. Артем менән Эльмира бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап тора ине”, – ти иптәше.
"Адекват егет ине. Ышаныслы иптәш һәм дуҫ. Һәйбәт спортсы, ғаиләһе өсөн үлә яҙып тора. Шөғөлдәре – спорт, сәйәхәттәр. Ғаиләһе менән бөтә республиканы урап үткәндәрҙер, моғайын. Улар икеһе лә еңел генә йыйынып сығып китә ине. Артемдың бер ҡасан да ғаиләһендә проблема бар тип һөйләгәне булманы. Көнләшкәнен күргәнем юҡ. Балаларын ныҡ ярата, уларҙы ҡайғырта ине. Мин уны дуҫым тип һанайым, уға ышанып була, – ти исемен әйтергә теләмәгән тағы бер иптәше.
Ҡыҫҡаһы, бөтәһе лә Артем тураһында тик ыңғай фекерҙә. Ирҙең үҙ балаларына йәки үҙенә зыян килтерә алыуына бер кем дә ышанмай. Улайһа, ҡайҙа һуң улар? Нисек бер камераға эләкмәй, кеше күҙенә күренмәй ике бәләкәй бала менән ғәйеп булыуы мөмкин һуң? Артем иҫәбендә булған аҡсаға теймәгән. Автомобилен дә ҡалдырып киткән. Һорауҙарға ошоға тиклем яуаптар юҡ. Уларҙы эҙләүҙең өсөнсө айы китте...