Йәмғиәт
3 Января 2020, 14:55

Сапҡан, аҙаҡ яндырған...

Янауыл ҡалаһында була был хәл. 39 йәшлек ҡатын өйҙәшен үлтереүҙә ғәйепләнә...

Янауыл ҡалаһында була был хәл. 39 йәшлек ҡатынға ҡарата "Кеше үлтереү" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, 27 декабрҙә көндөҙ өйҙәштәр араһында ыҙғыш килеп сыға. Ир ҡатынға янай башлай, талашып туйғас, улар йоҡларға ята.
Иренең йоҡлап киткәнен көтөп, ҡатыны уның башына бер нисә тапҡыр балта менән тондора, тегенеһе шунда уҡ йән бирә…
Шунан һуң ҡатын балтаны мейестә яндыра, ә үҙе күршеләренә барып, өйҙәшенең мәйете табылыуы хаҡында хәбәр итә.
Әммә тәфтишселәр уның ирҙе үлтереүҙә ҡатнашлығы булыуын фашлаған. Ҡатын ғәйебен танырға мәжбүр булған.
Әле был енәйәт буйынса тикшереү бара.
Читайте нас