Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Ғинуар 2020, 18:55

Уйындан уймаҡ сыға...

Яу яланымы ни, таҡ та тоҡ питарда, фейерверк аттылар. Быйыл да иптәшем "шәхси йорт ихатаһына сығып аттырам" тигәс, йөрәгем жыу итеп ҡалды...

Яңы йыл төнөндә күреп ишеткәнһеҙҙер, яу яланымы ни, таҡ та тоҡ питардалар, фейерверктар аттылар.
Күктән йымылдап төшкән уттар матур булһа ла, бер ҙә генә өнәп етмәйем шуларҙы. Быйыл да иптәшем "шәхси йорт ихатаһына сығып аттырам" тигәс, йөрәгем жыу итеп ҡалды... Шулай ҙа был юлы имен-аман үтеп китте.

Ә бына Өфөлә полиция күп ҡатлы йорттарға төбәп фейерверк аттырыусыларҙы эҙләй. Инцидент Энтузиастар урамындағы яңы торлаҡ кварталында була.
Таныш булмаған әҙәмдәр петардаларҙы күп ҡатлы йорттоң фасадына төбәп ҡуйып аттырған. Һөҙөмтәлә яңы төҙөлгән йорттоң стенаһы зыян күргән. Кешеләр ҡазаланмағандыр, моғайын, сөнки ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт итеүсе булмаған. Шулай ҙа полиция тәртип боҙоусыларҙы эҙләй.

Әйткәндәй, шундай уҡ хәл Сипайлово биҫтәһендә лә ҡабатланған. Унда фейерверк йорт тәҙрәләренә, автомобилдәргә тейеп, мөлкәтте зарарлаған. Уйындан уймаҡ сығарыу шул була инде.

pixabay.com
Читайте нас