Йәмғиәт
4 Января 2020, 11:55

Ҡашҡаҙанда – ҡышҡы һабантуй!

Милли байрамда ниндәй ярыш төрҙәре ҡаралған?

Өфөнөң Ҡашҡаҙан паркында көндөҙгө сәғәт 12-лә “TERRA ZIMA” фестиваленә ярашлы “Ысын Башҡортостан” тип аталған ҡышҡы һабантуй башланды.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, сарала ҡатнашыусылар уҡ атыуҙа мәргәнлектә көс һынаша аласаҡ, бүрәнәлә тоҡ менән һуғышыуҙа ҡатнашасаҡ, милли көрәш батырҙарын алҡышлаясаҡ.

Теләгән һәр кем аттарҙа йөрөйәсәк, милли костюмдар кейеп иҫтәлеккә фотоға төшәсәк. Өфөләрҙе һәм ҡунаҡтарҙы күңелле концерт программаһы көтә. Һабантуй кискә тиклем дауам итәсәк, тип вәғәҙәләй сараны ойоштороусылар. Рәхим итегеҙ ҡышҡы һабантуйға!

Фото: Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Читайте нас