Йәмғиәт
4 Января 2020, 17:20

"Даланлы әҙәм" магазиндар буйлап саба

Кеше картаһын ҡулға төшөрөп, ҡыйбатлы араҡы, ҡатынына ювелир биҙәүес, аяҡ кейеме һатып алырға өлгөрә.

Стәрлетамаҡта йәшәгән 30 йәшлек ҡатын банк картаһын юғалта.
Күпмелер ваҡыт үткәс, ул телефондағы ҡушымтаһы аша ҡаланың төрлө магазиндарында кемдеңдер карта аша түләү башҡарғанын күрә. Бәхеткә күрә, полиция хеҙмәткәрҙәре "даланлы әҙәм"дең эҙенә тиҙ төшә.
36 йәшлек ир үҙ ғәйебен таный. Имеш, ул магазинда картаның нисек эшләүен тикшермәксе була. Бер нисә сәғәт эсендә ул ҡыйбатлы араҡы, аяҡ кейеме һәм ҡатынына ювелир биҙәүес һатып ала.
Иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Бушҡа килгән әйбер берәүгә лә бәхет килтермәй шул.
Читайте нас