Йәмғиәт
3 Января 2020, 20:05

Өс ай хужаһын көтә...

1 ғинуарҙан индерелгән ҡағиҙәләр меҫкен йән эйәләрен ниндәй яҙмышҡа тарытыр?

Өс ай инде был эт үҙенең хужаһын көтә. Ә ул ҡайҙа булған һуң?
Эйе, һаман көтә... Бәлки, бәғзе кешеләрҙең шул ҡәҙәр бәғерһеҙ, яуапһыҙ, ҡаты йөрәкле икәнлеге хаҡында уйлап та бирмәйҙер ул.
Этте күптәр үҙе менән алырға теләй. Тик ул бармай, бары хужаһына тоғро. Был аҡ эттең эргәһенән үткән автомобилселәр бахыр хайуанды ашата, эсерә. Аптыраған көндән хатта “Иғтибар! Эт хужаһын көтә!” тигән иғлан да элеп ҡуйғандар. Был йән эйәһен "Кускундың Хатикоһы" тип йөрөтәләр. Хәҙер ул тотош илгә билдәле. Был эт Красноярск крайының Кускун ауылы эргәһендә бына ошолай көн күрә.
1 ғинуарҙан илдә ошондай йән эйәләренә бәйле дәүләт күҙәтеүе ҡағиҙәләре ғәмәлгә инде. Уларға ярашлы, хәүеф янаған эттәрҙе морондоҡһоҙ һәм муйынсаҡ бауһыҙ йөрөтөргә ярамаясаҡ. Быныһы, әлбиттә, бик яҡшы. Өҫтәүенә ҡырағай йәнлектәрҙе фатирҙа, йортта аҫрарға ярамаясаҡ. Ошо ҡағиҙәләр үтәлмәһә, хайуандар конфискацияланасаҡ тип яҙылған ҡағиҙәләрҙә. Ә йәнлектәрҙе быға тиклем үк үҙенә алып өйрәткәндәр уларҙы ҡайҙа итер икән? Меҫкендәр Хотико кеүек яҙмышҡа тарырмы?
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас