Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Ғинуар 2020, 16:40

“Шундай ир-егеттәр була!” проекты дауам итә

Баймаҡтан гәзитебеҙҙең яҡын дуҫы, әүҙем һәм дәртле китапханасы Райхана Булатова быйылға ниәт-маҡсаттары менән уртаҡлашты.

Гәзитебеҙҙең яҡын дуҫы, әүҙем һәм дәртле китапханасы Райхана Булатова үҙ ауылында ҡыҙыҡлы кисәләр, осрашыуҙар үткәрә, төрлө проекттарға нигеҙ һалып, уларҙы йыл дауамында уңышлы алып бара. Ул былтырғы хәтәр шәп башланғыстарҙы быйыл да дауам итергә булған. Бына ниҙәр яҙа был хаҡта.
"Билал, Һәмән ауылдарында төрлө проекттар уңышлы эшләп килә. Билал ҡатын-ҡыҙҙар берләшмәһе менән берлектә уҙған йыл дауамында үткәрелгән "Ҡунаҡхана", "Шундай ир-егеттәр була!" проекттарына ауылдаштар дәррәү ҡушылды. Өр-яңы йылда ла беҙ ошо башланғыстарҙы дауам итәсәкбеҙ. Әйҙәгеҙ, иҫкә төшөрәйек. Проект үҙ эсенә ниндәй ғәмәлдәрҙе ала һуң? "Ҡунаҡхана" проекты аша ҡул эше оҫталары, гөл үҫтереүсе, буҙа әҙерләүсе, тәмле-татлы бешереүсе, иң күп китап уҡыусы, иң күп матбуғатҡа яҙылыусы хужабикәләр менән таныштыҡ. Ауылдаштарҙың һорауы буйынса "Ҡунаҡхана" быйыл да эшләйәсәк.

"Шундай ир-егеттәр була!" проектын һәүәҫкәр композитор Вилүр Шакирйән улы менән башлап ебәрҙек. Тап ошо арҡала Вилүр ағайҙы бөтөнләй икенсе яҡтан астыҡ. Ул туҙҙан төрлө әйберҙәр эшләй башлаған икән. Был турала интернет селтәрендә, матбуғат биттәрендә яҙып сыҡҡайныҡ. Ауылдашыбыҙ, спорт, йыр-моң һөйөүсе, барлыҡ мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы студент Артур Ғайсин менән осрашыуҙы ла "Ҡунаҡхана"ға ярашлы ойошторғайныҡ. Ул сараны "Шундай ир-егеттәр була!" проектына индерергә булдыҡ, сөнки ул тап ир-егеттәрҙе берләштерә. Исеменән үк аңлашылалыр, ҡул эше оҫталарын, бейеүсе, ҡурайсы, йырсы, автомобиль йүнәтеүсе, эшҡыуар, фермер, иң күп китап уҡыусы көслө зат вәкилдәрен туплай. Улар менән төрлө осрашыуҙар үткәререргә планлаштырғанбыҙ.

Йыл һайын ауыл, район буйынса "Иң матур Яңы йыл боҙ ҡаласығы" үткәрелә. Рафаэль ағай Ғайсин ошо бәйгелә ҡатнашмай ҡалмай. Быйыл да покрышкаларҙан Ҡыш бабай, Ҡарһылыу эшләп кешеләрҙе таң ҡалдырҙы. Был турала мәҡәләм "Йәшлек" гәзитендә баҫылып сыҡты. "Шундай ир-егеттәр була!" проектында ҡатнашырға теләк белдергән Миңлебикә еңгәй һәм Рафаэль ағай Ғайсиндарҙың йортона 3-7-се класс малайҙары менән барҙыҡ. Беҙ килеүгә тышта ҡул эштәренән күргәҙмә ҡуйғайны. Ат санаһы, йүгән, ыштыя... Быларҙың барыһын да оҫта үҙе яһаған. Ҡул эштәренә ҡасан тотондоң, тигән һорауға бына нимә тип яуапланы.
"1977 йылда Күгиҙел (Комсомол) ауылында ат ҡараусы булып эшләнем. Шул ваҡытта Өмөтбай ауылынан Әхтәр ағай Баймырҙиндан ҡайыштан ырғынса, ыштыя, йүгән ишергә, эшләргә өйрәндем, - ти Рафаэль ағай. - Заказ буйынса ат егеү әйберҙәрен күндән, пресс бауынан да эшләйем. Ултырғыс, өҫтәлдәр яһайым, һепертке бәйләйем. Ҡыҫҡаһы, ҡулымдан килгәнсе тырышам. Ат санаһы эшләү өсөн үҙемдең станогым да бар. Семәрләп, матурлап, күңел һалып башҡарам барыһын да. Матурлыҡ яратам!"

Быйылдан тағы бер проект старт алды. Ул "Хәтер мәңгелек" тип атала һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнала. Әүҙемерәк булығыҙ, ауылдаштар! Һеҙҙең барығыҙҙы ла үҙегеҙ теләгән проектҡа ҡушылыуығыҙҙы һорайбыҙ!" - тип яҙҙы Райхана Булатова үҙенең сәхифәһендә.
Фото: Райхана Булатова.
Читайте нас