Рәсәйҙең баш наркологы эскелек зәленә (похмель) ҡаршы ҡурҡыныс сараны атаны. Был ауырыуҙы туҡтатыуҙың киң таралған ысулы организмға хәүеф тыуҙыра икән.
Эйе, эскелек зәленән иҫерткес эсемлек ҡулланып ҡотолорға теләү ҡурҡыныс икән. “Баш төҙәтеү”ҙең хатта үлемгә килтереүе ихтимал, тигән белгес.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, алдан эселгәне лә тейешенсә эшкәртелмәйенсә, яңынан иҫерткес эсемлек ҡулланырға ярамай. Организм алкоголде шаҡтай оҙаҡ – өс көндән өс аҙнаға тиклем эшкәртә икән.
“Күпселек похмель тип атаған торош – организмда ҡалған алкоголь һөҙөмтәһе, айнып бөтмәү. Шуға ла был рәүешле “баш төҙәтергә” ярамай”, – тигән нарколог.
Уның һүҙҙәренсә, организмды хәмерҙән һуң кефир, һурпа йәки кәбеҫтә тоҙлоғо ярҙамында тәртипкә килтереү дөрөҫ. Ә иң яҡшыһы - алкоголдән бөтөнләй баш тартыу. Сәләмәт булайыҡ!