Яңы йыл байрамы мәлендә ниндәйҙер мөғжизә тыуҙырырға тырышырға кәрәк. Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса эске эштәр идаралығының бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре быны бигерәк тә яҡшы белә, сөнки балалар, ниндәй генә ауыр шарттарҙа йәшәһәләр ҙә, һәр саҡ бала булып ҡала, йылылыҡ, иғтибар һәм бүләк көтә.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлетамаҡ ҡалаһы полицейскийҙары тап ошо хәҡиҡәтте иҫтә тотоп, байрам алдынан үҙҙәренең тәрбиәләнеүселәренең хәлен барып белгән. Бының өсөн улар хеҙмәт формаһын Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу кейеменә алмаштырған һәм ғәҙәти булмаған рейдҡа сыҡҡан, бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлектә иҫәптә торған ата-әсәләрҙе һәм уларҙың балаларын ҡотлаған.
Стәрлетамаҡ полицейскийҙары хәбәр итеүенсә, уларҙы бик ихлас көткәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай ғаиләләрҙә кәйеф-сафа ҡорорға яратыусы ололарҙан тыш, бәләкәстәр өсөн байрамдар бик һирәк була. Балалар ҡунаҡтарҙы күргәс тә албырғап ҡалмаған, шиғыр һөйләп, йыр йырлап ҡыуандырған, ә Ҡыш бабай барыһына ла бүләктәр таратҡан. Уйынсыҡтар, китаптар, ҡәләм-дәфтәрҙәр, ижади йыйынтыҡтар һәм башҡа ғәмәлдәрҙе бәләкәстәр ихлас ҡабул иткән.
Был көндә әкиәт геройҙары булып кейенгән полиция хеҙмәткәрҙәре малайҙарға һәм ҡыҙҙарға каникулдарҙағы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ҡабатларға ла онотмаған.
Мәрхәмәтлек акцияһы барышында полицейскийҙар балалары ауыр социаль хәлдәге 19 ғаиләлә булған. Тормош нисек кенә ауыр булмаһын, мөғжизәгә һәр саҡ урын бар. Донъялағы барлыҡ балалар ҙа ошоға ышанһын һәм бәхетле булһын тип теләйбеҙ.