Башҡортостанда тағы бер тапҡыр Мазовтар тарихы ҡабатлана яҙҙы. Ир кеше ҡатынынан балаһын алып китеп, юҡ булды. Ярар әле был тарих сағыштырмаса ыңғай тамамланды.
Марс исемле 42 йәшлек Баймаҡ районы кешеһе, уның элекке ҡатыны Лилиә һәм сабыйҙары Динислам менән бәйле хәл тураһында хәбәр иткәйнек инде. Атай кеше ике йәшлек малайын алып китеп ғәйеп булды. Ғаилә рәсми рәүештә тарҡалмаһа ла, ир менән ҡатын йәйҙән бирле айырым йәшәй. Ҡатын айырылышыуға ғариза биргән, ә ир бының менән риза түгел. Һәм бына уларҙың ике йәшлек улы был осраҡта уйынсыҡҡа әйләнгән. Ир опека аша айына ике тапҡыр ял һәм байрам көндәрендә улы менән күрешеү хоҡуғы алған. Ҡатынынан ул сабыйҙы Яңы йыл ҡаршылайым тип алып китә һәм бер нисә көндән телефонын һүндереп ҡуя.
Ҡатын полицияға хәбәр иткәс, бала табыла. Динислам атаһы менән ҡуртымға алынған фатирҙа булған. Ике йәшлек малай ас, өшөгән, сирләй башлаған, бысраҡ. Ә ир был ваҡытта эсеп иҫереп, йоҡлап ятҡан.
Әгәр иҫерек атай янында бәләкәй бала менән бер-бер хәл булһа? Кем ғәйепле булыр ине? Әсә кешенең йөрәге быны нисек күтәрер ине? Хәҙер ҡатын суд аша баланы бер үҙе тәрбиәләү хоҡуғы алырға теләй. Ул яҡын арала опека органдарына мөрәжәғәт итмәксе. Бынан һуң ул улын ял көндәрендә лә иренә бирмәйәсәкмен тип белдерә.
Был ваҡиға ысынлап та Мазовтарҙы хәтерләтте. Ир ҡатынына үс итеп балаларҙы алып китә һәм ғәйеп була. Ни өсөн атайҙар уларға ошо балаларҙы бүләк иткән әсә хаҡында уйламайҙыр. Әйтерһең, бала уйынсыҡ. Ҡатынығыҙға үс итәм тип, балаларҙы харап итәһегеҙ бит, атайҙар. Уйланығыҙ!