Йәмғиәт
6 Января 2020, 15:00

“Копейка”ла киткән, шәхси самолетына ултырып ҡайтҡан

Ҡот осҡос ғәрәсәт һөҙөмтәһендә 13 меңдән ашыу йорт юҡҡа сыға, кешеләр күпләп һәләк була.

Ситтән ҡарағанда барыһы ла әкиәттәге кеүек, ысынында иһә тыныс көндәрҙә лә утты-һыуҙы күп кисергә тура килә Учалы егетенә.
Учалы районы гәзите хәбәр итеүенсә, Алексей Дашкин тау сәнәғәте колледжын тамамлағас, Мәскәүҙе “яуларға” була. ”Копейка” машинаһына ултырып, алыҫ сәфәргә сыға. Мәскәү менән генә сикләнмәй егет. АҠШ-та бәләгә тарыусыларҙы “Дориан” ғәрәсәтенән ҡотҡарыуҙа ҡатнаша. Пилотлыҡҡа америка лицензияһын алыу менән Майами һәм Багам утрауҙары араһында осоштар яһай. Емереклектәр һәм ҡорбандар ҡалдырған дауылдарҙа эшләп, Башҡортостан егете ҙур сынығыу ала. Ҡот осҡос ғәрәсәт һөҙөмтәһендә 13 меңдән ашыу йорт юҡҡа сыға, кешеләр күпләп һәләк була. Бер нисә телде үҙ аллы өйрәнгән Алексейҙың ныҡышмалылығына, сослоғона һоҡланмау мөмкин түгел.
Сит ерҙә һынауҙар үткән егет Яңы йылды тыуған ҡалаһында яҡындары менән ҡаршылау өсөн шәхси самолетында ҡайтып төшкән. Яҡташыбыҙға уңыштар теләргә генә ҡала.
Фото: Алексей Дашкиндың шәхси архивынан.
Читайте нас