Саҡмағош районының Шишмә-Ҡаран ауылында йәшәгән Әминә Насированың йортонда үткәрелгән был үҙенсәлекле сараға гүзәл зат вәкилдәре бик теләп килде.Улар ҡаҙ мамығынан мендәрҙәр яһаны, эш бөткәс, мул табынға йыйылды. Шуныһы ҡыуаныслы: был йоланы башҡарыуҙы балалар ҙа күҙәтте, хәтеренә һеңдереп барҙы.