Баш ҡала мәҙәниәт һарайында үткән Раштыуа шыршыһы байрамында “Ҡыш бабайға хат” проектында 1500 еңеүсе йыйылды. Сараны Өфөнө үҫтереү буйынса йәмәғәт фонды ойошторҙо. Байрамда “Ҡыш бабайға хат” балалар проектында еңеүселәрҙең хаттарынан торған күргәҙмә эшләне, төрлө уйындар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде, еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды, йәш тамашасылар өсөн Раштыуа тамашаһы булды.
Мәғлүм булыуынса, 2019 йылда “Ҡыш бабайға хат” республика балалар проектының 17-се миҙгеле иғлан ителгәйне. Бер йыл дауамында проектта ҡатнашыусылар изге һәм файҙалы эштәр башҡарҙы. Һәр йәш категорияһы өсөн махсус бурыстар ҡуйылды. 1 ноябрҙән 5 декабргә тиклем проектта ҡатнашыусылар үҙҙәренең изге эштәре, бурыстарҙы үтәү һөҙөмтәләре тураһында Ҡыш бабайға хат яҙырға тейеш ине. Йәмғеһе 30 меңдән ашыу файҙалы эш башҡарылған. Быйыл Ҡыш бабайҙың почтаһына Башҡортостан ҡала, райондарынан 2500-ҙән ашыу хат килгән.
Проектта ҡатнашыусылар социаль учреждениеларҙағы етем балалар, өлкәндәр өсөн хәйриә концерттары, экологик акциялар һәм күләмле өмәләр ойошторған, ауыл ерендәге өлкәндәр өсөн тимурсылар ярҙамы күрһәткән, һаулығында кәмселектәре булған балаларға ярҙам йөҙөнән хәйриә саралары үткәргән.
Проектта 1500-ҙән ашыу еңеүсе билдәләнгән, шулар араһынан 90 бала супер-еңеүсе иҫәбенә ингән. 17 йыл эсендә проектта 89 меңдән ашыу бала ҡатнашҡан, 45 мең еңеүсе билдәләнгән. Улар өсөн 87 Яңы йыл тамашаһы ойошторолған.