Быға тиклем хайуан-йәнлектәргә ярҙам күрһәтеү белгестәрен алдан яҙылыу буйынса һәм көндөҙ генә саҡыртып була ине.
1 ғинуарҙан ветеринарҙы өйгә тәүлек әйләнәһенә лә саҡыртырға мөмкин, тик был хеҙмәт түләүле. Кеҫәнән 500-ҙән бер мең һумға тиклем аҡса сығарырға кәрәк буласаҡ. Айырым автомобилдә, стерилләнгән бокстарға ла сирле хайуандарҙы урынлаштырыу мөмкинлеге бар.
Ә бына айырыуса хәүефле ауырыуҙарҙан прививканы бушлай эшләйҙәр. Өфө ҡала ветеринария станцияһы етәксеһе урынбаҫары Әлиә Ғайсина әйтеүенсә, “Ашығыс ярҙам” бригадаһы ауырыу хайуандарға тәүлек әйләнәһенә ярҙам итергә әҙер. Бының өсөн 8(347)216-55-33 телефон һандарын йыйырға кәрәк.