Йәмғиәт
7 Января 2020, 18:20

"Кәрәгеңде алдыңмы?"

Күҙе түбәһенә менгән ир ҡатынын да дөмбәҫләп ала...

Ире ҡайтмағас, әллә бер-бер хәл булдымы икән тип, Гөлзифа күрше ауылға барып килергә була. “Юл төшкәндә хужалыҡ тауарҙары магазинына ла инеп сығырмын”, тип уйлай.

Юлда осраған берәү:

- Ҡайҙа китеп бараһың? - тип һорағас, ҡабаланған ҡатын:

- Кәрәгемде алырға, - тип ҡоро ғына яуаплай.

Теге ауылда бабайы эсеп, зыҡ ҡубып йөрөй икән. Күҙе түбәһенә менгән иҫерек ир ҡатынын да дөмбәҫләп ала. Ҡайтышлай теге юлсы тағы осрай бит. Күҙе күгәргән Гөлзифаға:

- Йә, әбекәй, кәрәгеңде алып ҡайтып киләһеңме? - ти ул, төрттөрөп.

Фото: 2gis.ru

Читайте нас