Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Ғинуар 2020, 18:19

Рөхсәтһеҙ булғас, юҡҡа сығарыла

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙың яңы системаһы индерелгәндән алып республиканың баш ҡалаһы һәм Өфө районы биләмәһендә дөйөм майҙаны 5,5 гектар тәшкил иткән 25 рөхсәтһеҙ сүплек бөтөрөлгән.

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙың яңы системаһы индерелгәндән алып республиканың баш ҡалаһы һәм Өфө районы биләмәһендә дөйөм майҙаны 5,5 гектар тәшкил иткән 25 рөхсәтһеҙ сүплек бөтөрөлгән.


Сүплектәрҙе бөтөрөү һәм улар урынлашҡан биләмәләрҙе тергеҙеү — “Экология” милли проектында билдәләнгән мөһим бурыстар. Был хаҡта Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хәбәр итә. Ләкин район биләмәһендә законһыҙ сүплектәр ҡалған, уларҙы тиҙҙән муниципалитет бюджеты аҡсаһына бөтөрөргә ниәтләйҙәр.


– Халыҡ тирә-йүнде бысратырға һәм законды боҙорға ярамағанын аңлай башлаһа, рөхсәтһеҙ сүплектәр һаны кәмер тип ышанабыҙ, – тип билдәләй министрлыҡтың Өфө территориаль идаралығы белгестәре.


Фото: ural.aif.ru
Читайте нас