Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Ғинуар 2020, 17:45

Төпкөл тип әйтмәгеҙ...

Демографик хәл тотороҡло булған Бөрйән районында мәктәп, балалар баҡсаһы биналары яңыртыуҙы талап итә.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев Бөрйән районында йәшәгән һайлаусылары менән осрашыуға барасағын белгәс, беҙ ҙә уның менән бергә эш сәфәренә сығырға теләк белдерҙек. Шулай итеп, таңғы сәғәт алтыла тимер атыбыҙ Бөрйән тарафтарына елдерә ине. Район үҙәге Иҫке Собханғолға барып еткәндә, сәғәт телдәре 11-гә етте.


Эш район үҙәгенән башланды


Иҫке Собханғолда беҙҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айнур Бейембәтов ҡаршыланы. Тәүҙә район хакимиәте етәкселеген күреп, райондағы хәлдәр менән ҡыҙыҡһындыҡ.
Бөрйән районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Илназ Хисмәтуллин менән осрашыуҙа район Советы секретары Хәнифә Вәлиева, йәштәр бүлеге белгесе Илһам Ишкинин, мәғариф бүлегенең методик кабинеты мөдире Илүзә Ырыҫбаева ҡатнашты. Зәки Арыҫлан улы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты ағзаһы булараҡ, мәғариф системаһына ҡағы­лышлы мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһынды. Шулай уҡ сығарылыш класс уҡыусыларының, социаль ярҙамға мохтаж балаларҙың исемлеген, уҡытыусылар составы тураһында ла мәғлүмәт һораны.

“Беҙ мәғарифтың тын алышын яҡшы белергә тейешбеҙ. Уҡытыусылар араһында үҫеш, күсәгилеш, алмаш тәрбиәләү мөһим.
Хәҙерҙән үк балаларҙың йәйге ялын ойоштороу хаҡында хәстәрләй башларға кәрәк, бер кем дә ситтә ҡалмаһын. Мәғлүм булыуынса, хәҙер башҡорт теленән республика олимпиадаһында ҡатнашып, призлы урын алған уҡыусыларға Берҙәм дәүләт имтихандарына тағы ла 10 балл өҫтәлә, шуға ла балалар олимпиадаларға ентекле әҙерләнеп, призлы урындар яулаһын. Уҡыусылары уңышҡа өлгәшкән осраҡта уҡытыусыларға ла дәртлән­дереү саралары ҡаралған. Олимпиадаларҙа ситтән тороп ҡатнашҡанда ла ул республика олимпиадаларына тиңләшә”, – тип кәңәштәр бирҙе Зәки Арыҫлан улы.

Айнур Бейембәтов иһә мәғариф бүлеге начальнигы Илгиз Хисмәтуллиндан депутат һорауына ҡағыҙҙа ғына яуап биреү менән сикләнмәҫкә, ә аныҡ саралар күреүҙәрен һораны. “Яуап яҙаһығыҙ, ә урында үҙгәрештәр күҙәтелмәй”, – тине ул. Әйткәндәй, Айнур Илгиз улы үҙе Иҫке Собханғолда йәшәй, шуға күрә лә районда барған ваҡиғалар, халыҡтың тын алышы менән яҡшы таныш.
Район дауаханаһына барғас, “Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә” тигәндәй, медицина учреждение­һындағы хәлдәрҙе бындағы халыҡтан һорашыуҙан башланыҡ. “Бөрйәндәрҙе яманлаһалар ҙа, беҙҙә бөтәһе лә яҡшы. Ауырып китһәк, күтәреп алып китәләр”, – тине Аҫҡар ауылынан Рима Фәттәхова менән Ҡәйүм Ғәбиҙуллин. Ауылдың хөрмәтле ветерандары инде 60 йылға яҡын матур донъя көтә.
Бөрйән дауаханаһының баш табибы Илмир Фәтҡуллин белдереүенсә, әле бында белгестәргә ҡытлыҡ ҙур – туғыҙ табип кәрәк, шул иҫәптән балалар хирургы, психиатр, эндокринолог, балалар табибы һәм башҡа тар белгестәр талап ителә.
Мәғлүм булыуынса, Бөрйән дауаханаһы беренсе кимәл медицина учреждениелары иҫәбенә ҡарай. Бындай кимәлде билдәләүҙең үҙ нескәлектәре лә бар икән, халыҡ һанынан сығып баһалайҙар. Миграция хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, әле районда 20 400 кеше теркәлгән, әммә элекке иҫәп буйынса 16 800 кеше өсөн генә аҡса бүленә. Был иһә дауахананы финанслау мөмкинлектәрен сикләй, йәғни аҡса бүлеүгә кире йоғонто яһай. Медицина хеҙмәткәрҙәре араһында пенсия йәшендәге хеҙмәткәрҙәр күп, шуға ла йәштәрҙе районға ҡайтарыуға ылыҡтырыу буйынса әүҙем эш алып барыла.
“Районға килгән белгестәргә иғтибар ҙур. Хәҙер “Ауыл биләмәһен үҫтереү” программаһы буйынса ярҙам алыу мөмкинлеге бар. Райондан Башҡорт дәүләт медицина университетына юллама алып киткән белгестәр бында ҡайтмай, беҙгә, киреһенсә, ситтән киләләр”, – ти баш табип.
Транспортҡа бәйле мәсьәләләр ҙә бар. Мәҫәлән, ауылдарҙа халыҡты планлы ҡабул итеүгә табиптарҙы алып барыу өсөн еңел автомобиль юҡ.

Әле райондағы 26 ФАП-тың бишәүһе интернетҡа тоташҡан. Мораҙымда, Әбделмәм­бәттә яңы ФАП биналары асылған. Быйыл, республика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса, Нәбиҙә, Яуымбайҙа төҙөлә.

– Радий Хәбиров республика етәксеһе булып эшләй башлағас, медицинаға иғтибар артты, йылдар дауамында хәл ителмәгән мәсьәләләр урынынан ҡуҙғалып, бойомға ашырыла, – ти баш табип.


Аҫҡарҙың үҙ тормошо


Аҫҡар ауыл хакимиәте биләмәһенә Аҫҡар, Исламбай, Брәтәк ауылдары ҡарай. Ауыл хакимиәте үҙәге булған ауылда тормоштоң йәнле барыуы ситтән үк күҙгә ташлана: яңы йорттар ҡалҡып сыҡҡан, йорт-ҡуралар ҙа төҙөк. Быйыл уҙған һайлауҙа яңы хакимиәт башлығы итеп Ғәни Ғәле улы Юлдашевты һайлағандар. Әле етәксе, эштең төбөнә төшөп, ауылдаштарын борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ныҡлап тотонған.
Ауылға килеп ингәс тә, тау итәгендәге ике ҡатлы мәктәп бинаһы шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Беҙ барғанда, белем усағында Әсәйҙәр көнөнә бағышланған байрам бара ине. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ҡуйған әкиәтте, йыр-бейеүҙе ҙур кинәнес менән ҡараныҡ. Балалар шул тиклем ихлас уйнай, байрамға килгән бөтә сабыйҙарҙы ла ҡурсаҡтай итеп кейендергәндәр.
Депутаттар ҙа гүзәл заттарҙы байрам менән ҡотлап сығыш яһаны, әсәйҙәргә һәм сабыйҙарға ла һаулыҡ, ғаилә именлеге теләп: “Балалар менән әсәйҙәр араһында бәйләнеш бер ваҡытта ла һүнмәһен. Балаларҙың “Әсәй!” тип әйтеүе үҙе бер бәхет”, – тине.
Мөмкинлекте файҙаланып, аҫҡарҙар ҙа үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы күтәрҙе. Ауыл ҙур, әммә бында әле һаман кәрәҙле бәйләнеш, газ үтмәгән, мәҙәниәт усағының дә йүнле бинаһы юҡ.
“Аҫҡарҙа күп балалы ғаиләләр байтаҡ, ололар, хәрәкәт мөмкинлеге сикләнгәндәр, ветерандар ҙа күп йәшәй. Ауылға әле һаман газ үтмәгән. Беҙ өйҙәрҙе йылытыу өсөн көн буйы утын яғып ултырабыҙ, бигерәк тә ололар ыҙалай. Мәктәпте йылытыу өсөн дә газ кәрәк”, – тине Рәйфә Ибраһимова.
Көн кискә ауышыуға ҡарамаҫтан, балалар өйҙәренә таралышмағайны. Спорт залында физкультура уҡытыусыһы Илнур Динисламов күнекмә алып бара.
– Үҙем сығышым менән Байғаҙы ауылынан. Аҫҡарға эшкә килеп төпләндек. Бында уҡытыу оҡшай. Мәктәптә баскетбол, волейбол, футбол түңәрәктәре эшләй. Уларҙа 50-гә яҡын бала шөғөлләнә, – ти Илнур Радик улы.
Йәш белгес – һөнәре буйынса биология, физкультура уҡытыусыһы. Хәләл ефете Илмира Инфат ҡыҙы ла уҡытыусы, әле ул декрет ялында. Динисламовтар ғаиләһе ике бала тәрбиәләй.
Мәктәп директоры Ильяс Ишмөхәмәт улы Йәрмөхәмәтов, депутаттарға мәктәпте күрһәтеп, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.


Теш дауаларға – Аҫҡарға


Дауаханаларҙа теш табибына сират торғанда, аҫҡарҙарға Хоҙай үҙе ярҙам ҡулы һуҙған – 1996 йылдан алып бында үҙҙәренең теш табибы бар.
Гөллиә Йәрмөхәмәтова күрше Брәтәк ауылынан. Стәрлетамаҡ медицина колледжында теш табибына уҡып сыҡҡан ҡыҙ, бәхет эҙләп ҙур ҡалаға ынтылмай, ә ғүмерен ауылдаштарына, райондаштарына хеҙмәт итеүгә бағышлай. Әле ул Аҫҡар ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктында халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтә – теш һура, дауалай.
– Беҙгә райондың төрлө ауылдарынан киләләр. Эшкә, кәрәк булһа, өйгә лә шылтыратып, алдан сиратҡа яҙылалар. Медицина ҡорамалдарына, материалдарға ҡытлыҡ юҡ. Алыҫтан килгәндәрҙең бер нисә тешен дауалап ҡайтарырға тырышам. Көнөнә 10-12 кешене ҡабул итәм. Уң ҡулым булған шәфҡәт туташын ҡыҫҡарттылар, шуға ла хәҙер бер үҙемә ярҙамсыһыҙ эшләү күпкә ауырға төшә, – ти табип.
Гөллиә Сәғит ҡыҙы тормош иптәше Ильяс Ишмөхәмәт улы менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Оло ҡыҙҙары Башҡортостан дәүләт аграр университетында белем ала, уртансы ҡыҙҙары – IX, бәләкәстәре IV класта белем ала.


Исламбайҙарҙы айыу-бүре йонсота


Исламбай ауылында халыҡ менән осрашыу ауыл клубында үтте. Клуб бинаһы яңы, 2015 йылда тапшырылған, әммә бурсанан һалынған бина урынына еткерелеп эшләнмәгән, йәғни тыштан көпләмәгәндәр, шуға ла ҡышын һыуыҡ, ел үтә өрөп тора.
Депутаттарға шәхсән һорау менән килгәндәр, бер төркөм ҡатын-ҡыҙ ауыл халҡын борсоған дөйөм мәсьәләләрҙе лә күтәрҙе.

“Беҙҙең һорау уртаҡ, йәшерен мәсьәлә юҡ, – тип һүҙ башланы улар. – Юлды күрҙегеҙ инде, насар, район үҙәгенә барып ҡайтҡансы арыйһың, ә бит ҡайһы саҡта ошо юлды бер нисә тапҡыр үтергә тура килә. Күпер ҙә боҙолған. Яҙлы-көҙлө ауыл урамдарынан үтеп булмай – бысраҡ, аяҡтан итек төшмәй. Халыҡ һаны 500-ҙән кәм булғас, кәрәҙле бәйләнеште лә үткәрмәйҙәр”.
“Бөрйән – айыуҙар иле” тип юҡҡа әйтмәйҙәр икән. Исламбай халҡы ла айыуҙың ауылға килеүенә, хатта малды кәртәнән алып киткән осраҡтары ла булыуы хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, быйыл тайыш табан ауылдың тиҫтәләп малын һуҡҡан. “Бүреләрҙән дә тынғы юҡ, төн буйы олоп сығалар”, – ти исламбайҙар.
Дөйөм алғанда, ауылда демографик хәл тотороҡло һаҡлана, йәштәр ҙә урында төпләнә. Әле туғыҙ йыллыҡ мәктәптә 54 бала белем ала. Тик белем усағы бинаһы иҫке, заманса мәктәп төҙөү көн ҡаҙағында.
Әйткәндәй, Исламбай йәштәре ситкә китергә әллә ни ынтылып бармай, әммә “төпкөл” ауылда ла шәхси төҙөлөш өсөн ер биләмәһе алыу мәсьәләһе киҫкен тора, “бүлеп бирерлек ер майҙаны юҡ”, тиҙәр.


Брәтәк ауылына мәктәбе лә, юлы ла кәрәк


Беҙ Брәтәк ауылына барғанда ҡараңғы төшә башлағайны инде. Халыҡ менән осрашыу ауыл клубында ойошторолдо. Бында клуб яңы, ағастан буралған. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре иһә уны матур итеп тотоуға барлыҡ йөрәк йылыһын һалыуы күҙгә ташланып тора.
Депутаттар менән осрашыуға ауыл яҙмышы өсөн борсолғандар йыйылғайны. Ҡоролтай депутаты Айнур Бейембәтов осрашыуға ентекле әҙерләнеп килгән, шуға ла ҡайһы бер һорауҙарға шунда уҡ яуап бирҙе, ҡайһы берҙәрен яҙып алды. Брәтәктәр ерҙе теркәүгә бәйле мәсьәләне күтәрҙе. Бында йәшәгән халыҡ та юл мәсьәләһе борсоуын белдерҙе. Оҙаҡ йылдар юлһыҙ интеккән ауыл халҡы, был проблеманы хәл итеүҙә ярҙам һорап, республика Башлығы Радий Хәбировҡа ла мөрәжәғәт иткән. Брәтәктә лә ауыл урамына асфальт түшәү, газ үткәреү мәсьәләләре ҡаралды. Әйткәндәй, әле райондың Байғаҙы, Исламбай, Брәтәк ауылдарының үҙәк урамдарына асфальт юл түшәлмәй ҡалған, ә башҡа ауылдарҙа был мәсьәлә хәл ителгән.
“Газ үткәреү буйынса “Газпром”ға мөрәжәғәт иттек, уның өҫтөндә эш дауам итә”, – тине Айнур Илгиз улы.

“Ауылда һоранып ҡына ултырған кешеләр йәшәй тип уйламаһындар. Беҙ ҡулдан килгән мәсьәләләрҙе үҙебеҙ хәл итеп киләбеҙ. Обелиск ифрат күркәм итеп эшләнде, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына матур итеп асырбыҙ. Шул паркта балаларға уйнарға майҙансыҡ эшләһәләр, яҡшы булыр ине”, – тине Камила Уразаева.
– Ауылдың Йәштәр урамына 480 мең һумға торошло юл һалынды. Икенсе йылға ла хакимиәт исеменән ғариза биргәнбеҙ. Шул килеп сыҡһа, Ҡаран урамына ла юл түшәйәсәкбеҙ, – тине ауыл хакимиәте башлығы Ғәни Ғәле улы.
Ауыл мәсетен 2000 йылда төҙөгәндәр, әле бина һыуыҡ, шуға ла халыҡ йөрөй һалып бармай. Мәсет бинаһына ремонтҡа төҙөлөш материалдары һоранылар.
Зәки Арыҫлан улы ауыл халҡына “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” программа­һында әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Төпкөлдә йәшәгән халыҡтың мәсьәләләре лә төптән килә. Бер төркөм әсәйҙәр: “Беҙҙә балалар насар йөрөй, тип балалар баҡсаһын ябыу менән янайҙар. Уның бинаһы ла һыуыҡ, шул арҡала балаларыбыҙ йүнләп йөрөй алмай, барған һайын ауырып ҡайталар. Ауылда сабыйҙар күп, шуға ла яңы бина кәрәк”, – тине.
Бюджет учреждениеларын утын менән тәьмин итеү буйынса ла ауырлыҡтар килеп тыуған. Әбйәлил районының Асҡар ауылынан бер ойошма утын әҙерләү буйынса тендерҙы отҡан, әммә йөкләмәһен үтәй алмаған. Яғыулыҡ менән өҙөклөктәр килеп тыуғас, утын әҙерләүҙе Бөрйән урман хужалығына биргәндәр, әле эштәр яйға һалынған.
“Район Советы депутаттарын күргәнебеҙ ҙә юҡ, уларға ҡарағанда, Ҡоролтай депутаттары йышыраҡ килә”, – тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе брәтәктәр.
Осрашыуҙа ҡатнашҡандар тел яҙмышына ла битараф түгел.

“Башҡорт ҡалала йәшәһә лә, туған телендә һөйләшһен ине. Беҙ Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан яңылыҡтар ғына ҡарайбыҙ, сөнки ҡалған тапшырыуҙар туған телдә алып барылмай, күңелгә ятышһыҙ. Республиканың төп каналы башҡорт әкиәттәрен, йәнһүрәттәрен күберәк күрһәтһә, һәйбәт булыр ине”, – тине сираттағы сығыш яһаған ханым.
Шулай уҡ Белорет – Стәрлетамаҡ юлын хеҙмәтләндергән ойошманың эшенән ҡәнәғәт түгел брәтәктәр. “Бында ла кеше йәшәгәнен онотмаһындар ине”, – тине сығыш яһағандарҙың береһе. Былтыр бер тапҡыр ҙа юл тигеҙләүсе техника үтмәне, быйыл берҙе генә килде, ти халыҡ.
Брәтәктә лә йәштәр ауылда төпләнә, әммә шәхси төҙөлөшкә ер алыу – ҙур проблема, “ер юҡ”, тиҙәр. Урман өҫтөбөҙгә ҡолап торһа ла, бында ла төҙөлөшкә ағас алыу хәл иткеһеҙ мәсьәләгә әйләнгән. “Йәштәр ағас һорап туҡтауһыҙ Бөрйәнгә йөрөй. Әле беҙҙә исемлек буйынса 2013 йылда сиратҡа торғандар ала башланы”, – ти урындағы халыҡ.
Республикала эскелеккә ҡаршы көрәш алып барыу төпкөл ауылдар тормошонда ла ыңғай сағылыш таба. Әле Брәтәктә лә спиртлы эсемлектәр ҡулланыу менән мауыҡҡандар кәмегән, халыҡ яйлап дин юлына баҫа. Ауылда ла “йәшел йыланға” ҡаршы көрәш йәйелдерелгән, өйҙәр буйлап йөрөп тыйып сыҡҡандар.


Иҫкене ямағансы, яңыны төҙөһәң ине...


Балалар баҡсаһына 21 бала йөрөһә, ауыл мәктәбендә бөтәһе 75 уҡыусы уҡый. Туғыҙ йыллыҡ мәктәптә Ишембай районының Һәйет ауылынан да балалар белем ала, уларҙы көн дә автобус йөрөтә.
Мәктәптең проблемаһы ҙур тип әйтһәк тә, хата булмаҫ, сөнки ул иҫке һәм заман шарттарына бөтөнләй яуап бирмәй.

– “Ауылда спортты үҫтереү” программаһында ҡатнашырға торабыҙ. Ошо маҡсатта 2020 йылда 700 мең һум аҡса бүленәсәк. Ул аҡса спорт залына капиталь ремонт эшләүгә тәғәйенләнгән. Әгәр ошо финанс ярҙамдың тәғәйенләнеш “статьяһын” үҙгәртеп булһа, беҙ ул аҡсаға яңы спорт залы төҙөр инек. Ул саҡта элекке бәләкәй залды тамаша залы итеп файҙаланыу мөмкин буласаҡ, – ти мәктәп директоры Рөстәм Исламов.
Ысынлап та, мәктәп иҫке, матди-техник яҡтан да насар тәьмин ителгән. Иҫке парталар, ултырғыстар, шкафтар, 30-40 йыллыҡ “стажлы” спорт ҡорамалдары... Мәктәптең ике компьютеры ғына бар, интернет селтәре былтыр ғына тоташтырылған. Федераль стандарттар талабына яраҡлаштырыу өсөн мәктәп бинаһына төкәтмә төҙөп, бәҙрәф эшләргә йыйыналар. Әлбиттә, тәү ҡарашҡа ваҡ күренгән эштәр ҙә, тиндәр менән иҫәпләй башлаһаң, ҙур сығым талап итә. Йөҙәр мең һум аҡса түгеп, иҫкене ямағансы, ыҡсым ғына яңы мәктәп төҙөү отошлораҡ булыр ине. Иҫкене күпме генә ямаһаң да, иҫке булып ҡала ул.


“Был юлдың төҙөлөүен бөтәбеҙ ҙә көтәбеҙ”


Халыҡ менән осрашҡандан һуң ауыр уйҙарға сумып, баш ҡалаға юлландыҡ. Ҡайтыу юлын ҡыҫҡартыу маҡсатында, Белорет – Стәрлетамаҡ юлынан, йәғни Брәтәктән тура Ишембай районына сығырға ҡарар иттек.
Ҡар яуып, юл тигеҙләнгән, әммә урыны-урыны менән боҙ ҡаплаған ерҙәре лә осрай. Был урындар текә тауҙар аша үткән юлда хәүеф тыуҙыра. Еңел автомобилдә ике районды тоташтырған арауыҡты үтеүе еңелдән булмаһа ла, юлыбыҙ күпкә ҡыҫҡарҙы, ваҡыт яғынан да оттоҡ. Ҡолғона ауылына килеп ингәс, артабан “тимер ат”ыбыҙҙа елдәй елеп ҡайтып та еттек.

Эйе, ике район араһын тоташтырыуға күп тә ҡалмаған. Аңлашыла, бындай тауҙар аша юл төҙөү еңелдән түгел, ҙур сығымдар талап итә, әммә ул – ошо төбәк, Бөрйән, республика халҡына бик кәрәкле объект. Ошо юл төҙөлһә, Брәтәк, Һәйет ауылдары төпкөлдәр исемлегенән төшөп, ҙур трасса буйында ултырған ауылдарға әйләнәсәк.

Читайте нас: