Рәсәй аэропорттарында элек тыйылған тәмәке тартыу урындарын йәнә булдырырға йыйыналар, был илебеҙҙә һаулыҡ һаҡлау һәм демография милли проекттарын тормошҡа ашырыуға ҡаршы килә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы Тәмәке тартыуға ҡаршы көрәш буйынса координация советы рәйесе Виктор Зыков шулай тип белдерҙе. Был ҡарар халыҡ мәнфәғәттәренә яуап бирәме?
Дәүләт Думаһының ошо рөхсәтте биргән закон проектын әҙерләүен ул бер аҙым артҡа китеү тип атаны. Ҡануни актты Рәсәй парламенты депутаты Сергей Боярский ике йыл инде тәҡдим итә. Уны Тәмәкеселәр хоҡуғын яҡлау буйынса дөйөм Рәсәй хәрәкәте етәксеһе Андрей Лоскутов та хупланы, “Мир-24” телеканалындағы сығышында ул был проектты “ҙур йүнәлештәге бәләкәй аҙым” тип атаған. Ҙур йүнәлеш тип ул, күрәһең, тәмәке тартырға рөхсәт булған урындар исемлеген киңәйтеүҙе күҙ уңында тотҡандыр.
– Рәсәйҙә 40 миллион кеше тәмәке тарта, шуларҙың бер миллион самаһы даими рәүештә самолеттарҙан файҙалана, – ти Лоскутов. – Сергей Боярскийҙың еңеүе проблеманы тыйыу ысулдары менән генә хәл итеп булмаҫын иҫбатларға тейеш. Беҙ ошондай проблемаларға ҡарата романтик мөнәсәбәттәрҙән ҡотолорға һәм “ергә төшөргә” бурыслыбыҙ.
– Эш тыйыуҙың ниндәй күләмдә икәнлегендә һәм тәмәке тартыу урынының ҡайҙа булыу-булмауында түгел, ә Закондың үтәлешендә һәм уның үтәлеүенә контролдең нисек ҡуйылыуында, – тип ҡаршы төшә министрлыҡ вәкилдәре. – Аэропорттарҙа, мәҫәлән, быға саҡлы ла бәҙрәфтәрҙә тәмәке тарттылар, махсус тартыу урындары булғас та уларҙы эҙләп йөрөмәйәсәктәр, ә бәҙрәфтә “ике эште бер юлы бөтөрәсәктәр”. Ундай ерҙә видеокамера эшләмәүен барыһы ла белә бит. Был беҙҙең мәҙәни кимәлгә, шул иҫәптән хоҡуҡи мәҙәниәтебеҙгә барып тоташа.