Йәмғиәт
8 Января 2020, 17:15

“Башҡорттоң атын тартып алһалар...”

Салауат Йәрмиев тәҡдим иткән видеоның авторы һәм геройы билдәһеҙ, әммә беҙҙең төркөмдөң уҡыусылары таныһа, рәхим итеп кем икәнен яҙығыҙ!

Салауат Йәрмиев Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында тиҫтә йылға яҡын эшләй.
Ул Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлағандан һуң тиҫтә йылдан ашыу уҡытыусы булып эшләгән. Унан яҙмыш елдәре театрға алып килгән. Ижади булмышлы Салауат мәҙәниәт усағының әҙәбиәт бүлегенә етәкселек иткән, әммә булмышы бөтөнләй икенсе йүнәлеште көҫәгәнен аңлағас, ул тауыш операторы булып эшләргә ҡарар иткән.
Салауат – донъяға ижади күҙлектән ҡараған, тормошто һәр сағылышында яратҡан кеше. Шуға ла ҡыҙыҡлы видеолар төшөрөргә, улар менән социаль селтәрҙәрҙә бүлешергә ярата. Уны Стәрлетамаҡта ғаилә тантаналарын төшөргән видеоператор итеп тә беләләр.
Салауаттың видеояҙмалар коллекцияһында үҙе төшөргәндәре лә, башҡа сығанаҡтарҙан алғандары ла бар. Бөгөн һеҙгә Интернет селтәрендә таралған, һис шикһеҙ, күңел күтәргән, йылмайыу тыуҙырған видеояҙманы тәҡдим итәбеҙ. “Башҡорттоң атын татып алһалар...” тип атала ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, авторы һәм геройы билдәһеҙ, әммә беҙҙең төркөмдөң уҡыусылары таныһа, рәхим итеп кем икәнен яҙығыҙ!
Фото һәм видео Салауат Йәрмиевтың шәхси архивынан.
Читайте нас