Өфөлә полицейскийҙар кеше автомобилдәрен ҡыуып алып ҡасҡан 20 йәшлек егетте тотҡан.
Полиция участкаһына бер төндә бер-береһенән алыҫ булмаған урында ике машинаның урланыуы хаҡында шылтыратып әйткәндәр. Баҡтиһәң, бер йылғыр егет “ВАЗ-2115” машинаһының ишеген аса һәм ҡабыҙа, тик уны алыҫҡа алып китеп өлгөрмәй. Ә бына “ВАЗ-2112” автомобиле хужаһына “бәхет йылмаймай”: “тимер ат”ты сәлдерәләр.
Асыҡланыуынса, егет башта “ВАЗ-2115” машинаһында елдермәксе була, тик ҡарҙың күп булыуы һөҙөмтәһендә ул бата. Ә икенсе машинала бур хатта Өфө районының Нурлы ауылына тиклем барып етә. Әле автомобилдәр хужаларына кире ҡайтарылған, ә егеткә ҡарата енәйәт эше асылған. Байрам осоронда бурҙар йоҡламай, уяу булығыҙ.