Ливандың “Әл-Мәҙийән” телеканалы хәбәр итеүенсә, бөгөн Ирандан осоролған ракета АҠШ Хәрби һауа көстәренең Ираҡтағы Айн-Асад базаһындағы самолетын юҡҡа сығарған. Самолет осоп китергә әҙерләнеп ултырған. Был базала АҠШ-тың хәрби контингенты урынлашҡан. Press TV телеканалы хәбәр итеүенсә, һөжүм һөҙөмтәһендә базалағы 80 кеше һәләк булған.