Барыһынан элек, улар үҙ халҡының меңәрләгән йыллыҡ тарихын, динен һәм мәҙәниәтен онотмай. Уларҙан баш тартыуҙы әрмән мәҙәниәтен сит баҫҡынсыларҙан быуаттар буйы ҡурсалап килгән ата-бабаларына хыянат тип ҡабул итә. Шуға ла улар сит-яр ерҙә лә үҙҙәренең әрмән икәнен онотмай.
Тағы ла бер мөһим үҙенсәлек: әрмәндәр тупланышып, бер-береһе менән бәйләнештә йәшәй. Был уларға эшҡыуарлыҡта үҙ-ара ярҙам итешеү, үҙ халҡы вәкиленә генә өйләнеү йәки кейәүгә сығыу мөмкинлеге бирә. Бынан тыш, улар тыуған илдәренән килгән милләттәштәре менән тулылана бара.