Башҡортостан – Волга буйы федераль округында такси хеҙмәтенә йыш мөрәжәғәт итеүсе республика. Был яҡшы күрһәткес, халыҡтың килеменең артыуы, йәшәйеш кимәленең юғары булыуы тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләй.
Ошоларға ҡеүәт итеп таксист Сәйфетдин Әсмәндийәров бына нимә тине:
– Һөнәрем – механик, әммә яҙмыш ҡушыуы буйынса пассажирҙар ташыйым, – тип һөйләй яҡташым. – Күп осраҡта “Өфө–Сибай”, “Өфө–Баймаҡ”, “Өфө–Магнитогорск” маршрутын хеҙмәтләндерәм. Әлбиттә, төрлө заказдар осрай, ҡайһы саҡта тотош республикабыҙ буйынса ла йөрөргә тура килә. Шуға иғтибар иттем, бер ҡасан да яңғыҙ түгелмен, улай ғына ла түгел, ҡыҙыҡлы әңгәмәселәр осраһа, юл да ҡыҫҡара, күңел дә күтәрелә.
Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта уға Өфөнән Сибайға хәтлем бер нисә тапҡыр, пассажирҙар күп булыуға ҡарамаҫтан, бер генә кеше йәки ирле-ҡатынлылар менән генә ҡайтырға тура килгән. Баҡтиһәң, ҡайһы берәүҙәр, һүҙ ҙә юҡ, кеҫәһе ҡалындар, үҙҙәре өсөн генә айырым машинаға заказ бирә икән.
Әңгәмәсемдең һүҙҙәренә ҡарағанда, ундайҙар үҙҙәре генә йөрөүҙе хуп күрә. Тулы хаҡты түләһендәр генә, ул кемде булһа ла ер сигенә алып барырға риза.