Йәмғиәт
9 Января 2020, 10:30

“Чупакабра”, тиҙәр ине...

Былтыр көҙҙән алып билдәһеҙ йән эйәһе ҡураларға инеп, тауыҡтарға һөжүм итеп, баштарын өҙөп, ҡандарын эсеп, Ҡалмаҡтар ауылы халҡын шаҡ ҡатырғайны.

Салауат районында, ниһәйәт, йыл буйына ауыл кешеләрен көсөргәнештә тотҡан ваҡиғаның сәбәпсеһе асыҡланды. Былтыр көҙҙән алып билдәһеҙ йән эйәһе ҡураларға инеп, тауыҡтарға һөжүм итеп, баштарын өҙөп, ҡандарын эсеп, Ҡалмаҡтар ауылы халҡын шаҡ ҡатырғайны.
“Ике күршемдең бөтә тауыҡтарын бөтөрҙө, декабрҙә беҙҙең ҡураға инеп, дүрт тауыҡтың башына етте. Аптырағас, ҡапҡан ҡуйып эләктерҙек тегене”, - ти ауылда йәшәүсе Айгөл.
Бөтәһе лә “чупакабра” тип фаразлаған йәнлек шәшке булып сыҡҡан. Ғәжәп тә түгел, ауыл бит Йөрүҙән йылғаһы ярында урынлашҡан, тип хәбәр итә райондың “Салауат ерендә” гәзите. Ауыл кешеләре “тауыҡтарыбыҙҙы хәҙер борсоусы булмаҫ”, тип ниәтләй.
Фото:youtube.com
Читайте нас