Илеш районы прокуратураһы “Ағиҙел” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең бюджет закондарын үтәүен тикшергән.
2017 йылда ауыл хужалығы предприятиеһы ике милллион һумға кукуруз урғыс һатып ала. Бюджет аҡсаларын бүлеү өсөн Рәсәйҙә етештерелгән ауыл хужалығы техникаһын һатып алыу шарт булып тора. Тик, йәмғиәт килешеү шарттарын боҙоп, ҡиммәтле техниканы сит ил компанияһынан һатып ала. Министрлыҡ, алдашыуҙы һиҙмәйенсә, предприятиеға 670 мең һумдан ашыу күләмендә субсидия күсерә.
Килешеү шарттарын үтәмәү сәбәпле, район прокуратураһы, йәмғиәттән бюджет аҡсаһын кире ҡайтарыуын талап итеп, судҡа ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Күҙәтеү ведомствоһы талабы тулы күләмдә үтәлгән.
Бынан тыш, был хәл буйынса Рәсәй Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының өсөнсө өлөшөнә ярашлы енәйәт эше ҡуҙғатылған, әле тикшереү бара.