Йәмғиәт
10 Января 2020, 10:37

Алтын балдаҡ юғалһа

Ҡиммәтле биҙәүесте юғалтыу – баш бәләһе. Айырыуса ул һыуға йәки ҡарға төшөп китһә, табыуы ауыр. Нимә эшләргә? Эҙләүҙән файҙа булырмы?

Ҡиммәтле биҙәүесте юғалтыу – баш бәләһе. Айырыуса ул һыуға йәки ҡарға төшөп китһә, табыуы ауыр. Нимә эшләргә? Эҙләүҙән файҙа булырмы?


Әгәр балдағығыҙ ҡарға тө­ш­һә, уны табыуы ҡы­йын. Уның янығыҙға төшөүе лә, бер нисә метр йыраҡҡа “һи­кереүе” лә ихтимал. Тор­ған ерегеҙ ҡар менән ҡап­ланған икән, уның сыңлаған тауышы ла ишетелмәйәсәк, шуға күрә, тәү сиратта, юғал­ған урынды билдәләгеҙ. Был эҙләү майҙанын кәметеү мөм­кинлеген бирә. Әгәр ҡар йом­шаҡ һәм күпереп тора икән, эҙләү тағы ла ҡатмарлаша.


Биҙәүесегеҙ ныҡ ҡиммәтле икән, металл эҙләүселәрҙе саҡырырға була. Йәки йылы һыу һибеп эҙләп ҡарағыҙ. Бер нисек тә табылмаһа, был урынды хәтерҙә ҡалдырығыҙ һәм ҡар ирегәнен көтөгөҙ.


Һыу ятҡылығына төшөп киткән биҙәүесте эҙләү күпкә ауырыраҡ. Тәрән булмаған ерҙә, ярға яҡын урында төшһә, эҙләп ҡарауҙан мәғәнә бар. Бының өсөн ҡомдо иләй торған иләк, фонарь, маска кәрәк. Тик күпселек осраҡта белгестәр ярҙамынан тыш файҙа булмаясаҡ. Металл эҙләү ҡорамалы булған кешеләргә мөрәжәғәт итегеҙ. Үҙегеҙ һыуға күпләп суммағыҙ, хәүефле хәл тыуыуы ихтимал.


Ә иң яҡшыһы – һыу инергә барғанда биҙәүестәрҙе өйҙә ҡалдырыу.
Читайте нас