1722 йылдың 12 ғинуарында Петр I үҙенең указы менән Сенатта тәүгә генерал-прокурор посын булдыра. Ошо тарихи ваҡиғанан сығып, Рәсәй Прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Быйыл күҙәтеү органына 297 йыл, әммә быуаттар дауамында уның төп тәғәйенләнеше үҙгәрмәй – бөгөн дә илебеҙҙең төп тәртип һаҡлаусылары закон һағында ҡала.
Прокуратура органдарында элек күпселек ир-егет эшләһә, һуңғы йылдарҙа был йөктө ҡатын-ҡыҙ ҙа лайыҡлы тарта. Беҙ ошондай гүзәл заттарҙың береһе, отставкалағы милиция майоры, прокуратура ветераны, бөгөн иһә адвокат йөгөн тартҡан тәжрибәле юрист Гүзәл ХАРРАСОВА (Кималова) менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Гүзәл Фуат ҡыҙы, йәш сағығыҙҙа ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡ һаҡлау органдарында һирәк осрай ине. Был юлды һайлауға нимә этәргес булды?
– Мәктәптә уҡығанда уҡ юрист булырға хыялландым. Белорет ҡалаһында мәктәп-интернатта VIII класты тамамлағандан һуң ошо ҡалалағы педагогия училищеһына уҡырға барҙым. Башланғыс кластар уҡытыусыһы дипломын алғас, Асы ауылына юллама буйынса эшкә ебәрҙеләр. Бер йыл да уҡытып өлгөрмәнем, 1979 йылдың апрелендә, ВЛКСМ-дың юлламаһы буйынса, район эске эштәр бүлегенә бәлиғ булмағандар эше инспекторы итеп йүнәлттеләр. Шулай итеп, тәртип һаҡлау органдарында эшләп киттем. Бер йылдан һуң Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетына ситтән тороп уҡырға индем. Егерме йыл эшләп, милиция майоры өлкән тәфтишсе дәрәжәһендә ялға киттем.
– Мәғлүм булыуынса, хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәткәрҙәрҙе прокуратураға эшкә ала һалып бармайҙар.
– Эйе, уныһы шулай, әммә мине милицияла хеҙмәт иткән саҡта уҡ прокуратураға эшкә саҡыралар ине. Эш стажымды 20 йылға тултырмайынса китмәйем, тинем. 1998 йылда Белорет районы прокуроры ярҙамсыһы булып тәғәйенләндем. Әйткәндәй, башта тәфтишсе итеп саҡырғайнылар, әммә республика прокуратураһының кадрҙар бүлегендә ошо вазифаны тәҡдим иткәстәр, шатланып ризалаштым. Оҙаҡ йылдар тәфтишсе булыу, дөрөҫөн генә әйткәндә, ялҡытҡайны. Был иһә икенсе төрлө йүнәлештә эш – судтарҙа граждандар, енәйәт эштәре буйынса дәүләт ғәйепләүсеһе булып сығыш яһайһың.
Шулай итеп, ун йыл прокуратурала эшләп, тағы ла ошо хеҙмәттән отставкаға киттем. Хәҙер инде 11 йыл Башҡортостан адвокаттар коллегияһында адвокат эшен башҡарам. Әйткәндәй, милицияла, прокуратурала туплаған тәжрибәм әлеге эшемдә ныҡ ярҙам итә.
– Гүзәл Фуат ҡыҙы, ә бит элекке осор менән бөгөнгө ваҡытты сағыштырып булмай. Прокуратура органдары ла үҙгәрештәр кисерҙе...
– Ысынлап та, заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, үҙгәрештәр бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡағыҙ мәшәҡәте бигерәк күбәйҙе. Элекке ваҡытта тәфтишсе булараҡ алып барған бер томлыҡ эштең күләме хәҙер иһә дүрт-биш томға барып етә. Унда үҙ-ара яҙышыуҙар, хаттар ебәреү кеүек бурыстар күп. Бөгөнгө заманда, бәлки, шулай кәрәктер. Әле ниндәйҙер уҡыуҙар, отчеттар, йыйылыштар тәфтишселәрҙе төп эштәренән айыра. Мәҫәлән, тәфтишсе менән осрашыу тураһында һөйләшәһең, әммә йыш ҡына ваҡытын күсерергә тура килә, сөнки үрҙә әйтеп киткән саралар уларҙың ваҡыттарын ала.
– Элек дәүләт ғәйепләүсеһе булып сығыш яһай инегеҙ, ә бөгөн “баррикада”ның икенсе яғында сығыш яһау ауыр түгелме?
– Юҡ, сөнки был бит һинең эшең. “Баррикада”ның ҡайһы яғында булыуға ҡарамаҫтан, үҙеңдең бурысыңды башҡараһың. Әле мин адвокат вазифаһын тағы ла ҙурыраҡ дәрт менән башҡарам, рухи ҡәнәғәтлек алам, сөнки кешеләргә ярҙам итәм.
– Прокуратурала эшләгән йылдарығыҙҙа иң иҫтә ҡалған ваҡиға ниндәй?
– Ундай хәтерҙә уйылып ҡалған эштәр бик күп булды. Мәҫәлән, йәшлек яңылышлығы менән төрмәлә ултырып сыҡҡан ир ауылда өйөн ипләп, тырышып-тырмашып йәшәп ятҡанда, эсергә яратҡан ике-өс ауылдашы йортона баҫып инеп, аҡса таптыра. Был хәл бер нисә тапҡыр ҡабатлана. Сираттағы килгәндәрендә ул аҡса биреүҙән баш тарта. Физик яҡтан көслө ирҙәр уны туҡмай, был меҫкен үҙен яҡлап, балта менән уларға һелтәнергә мәжбүр була. Һөжүм иткән ирҙең береһе алған тән йәрәхәтенән һәләк була. Был иргә “яуыз ниәттә кеше үлтереү” статьяһы буйынса бик ҙур ваҡытҡа төрмәгә ултырыу янай ине. Суд барышында, дәүләт ғәйепләүсеһе булараҡ, был статьянан баш тарттым. Ғәйепләү статьяһын “үҙ-үҙеңде яҡлау маҡсатында көс ҡулланырға мәжбүр булыу” тигәнгә үҙгәртеүҙе һорап судҡа мөрәжәғәт иттем. Суд был талапты ҡәнәғәтләндерҙе, ир шуның буйынса шартлыса хөкөм ителеп, суд залынан уҡ иреккә сығарылды. Ул ғаилә ҡорҙо, ул үҫтерҙе. Әгәр төрмәгә эләкһә, бәлки, бөтөнләй сыҡмаған да булыр ине. Ул кеше бөгөнгәсә миңә рәхмәт әйтә.
Бындай осраҡтар күп булды. Эш тәжрибәмдән сығып шуны әйтер инем, дәүләт ғәйепләүсеһе булһаң да, һәр эште ғәҙел тикшерергә кәрәк. Һәр бер кешене, ниндәй ғәйепләнеүсе булыуына ҡарамаҫтан, ошо йәмғиәт кешеһе булыуын оноторға һәм ғәйепләү, яза биреүҙе үс алыу тип ҡарарға ярамай. Закон һағында тороусы енәйәт ҡылған һәр бер кешенең төҙәлеүен күҙ уңында тотоп, тик ошо маҡсатта яза бирелә. Шуға күрә лә бер үк енәйәт ҡылған кешеләргә бер үк статья менән ҡаралған санкция сиктәрендә төрлө яза биреүҙәре мөмкин. Һәр бер хөкөм ителеүсенең үҙенең ҡылған енәйәт эшенә ҡарашы, яза күреүселәргә ярҙам итеүе, йәшәгән урынынан һәм эшенән характеристикаһы, ғаилә хәле һәм башҡа хәлдәр күҙ уңында тотола.
– Прокуратурала йәштәр күп эшләй, юғары уҡыу йортон тамамлағас та яуаплы вазифаларға тәғәйенләнә. Был күренешкә ниндәй ҡараштаһығыҙ?
– Прокуратура органдарында тормош, хеҙмәт тәжрибәһе бай булған хеҙмәткәрҙәр күберәк эшләһә, яҡшы булыр ине. Бындағы хеҙмәткәрҙәр граждандарҙың яҙмышын хәл итә, бынан тыш, йәмәғәтселектә барған эш барышына йоғонто яһай. Юриспруденция – ул шундай тармаҡ: алған белем менән генә сикләнергә ярамай, даими рәүештә үҙ өҫтөңдә эшләргә, көн дә үҙгәреп торған закондарҙы күҙәтеп барырға һәм ҡулланырға кәрәк.
– Хеҙмәттәштәрегеҙ араһынан кемдәрҙән өлгө алдығыҙ?
– Миңә тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр менән эшләргә яҙҙы. Улар араһынан Белорет районы прокуроры Шамил Абдрахман улы Исмәғилевте, прокурор ярҙамсылары Ғәлиә Ҡәләм ҡыҙы Савельеваны, Раиса Викторовна Гуненкованы ҙур хөрмәт менән иҫкә алам.
– Ул ваҡыттағы енәйәттәр менән бөгөнгө заман енәйәттәре араһында айырма бармы?
– Йәмғиәттә барған үҙгәрештәр, һис шикһеҙ, бар тармаҡтарға ла ҡағыла. Элек беҙҙең башҡа инеп сыҡмаҫтай енәйәттәр ҡылына. Шуға күрә закондар ҙа йәмғиәттә барған үҙгәрештәргә бәйле бик йыш үҙгәрә, Рәсәй Енәйәт кодексына ла яңынан-яңы статьялар индерелә. Мәҫәлән, элек “Мутлыҡ” буйынса 159-сы бер генә статья булһа, әле бер тармаҡҡа ҡағылышлы “Кредитлау өлкәһендә мутлыҡ”, “Страховкалау өлкәһендә мутлыҡ”, “Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә мутлыҡ” һәм башҡа төрлөләре индерелде. Граждандар эштәре буйынса закондарға ла бик йыш һәм күпләп яңылыҡтар өҫтәлеп тора.
– Прокуратурала эшләгән саҡта ғәйепләнеүселәр тарафынан янау, ҡурҡытырға маташыу осраҡтар булдымы?
– Ундай янау осраҡтары булманы, сөнки прокуратура хеҙмәткәрҙәре дәүләт тарафынан яҡлаулы. Ғәйепһеҙлек презумпцияһы бар. Ниндәйҙер шик – кешенең ғәйебе булыу-булмау осрағы булғанда уны яуаплылыҡҡа тарттырырға ярамай, эште ныҡлап өйрәнеү талап ителә.
– Илле йәште уҙғас, Өфөгә күсеп килгәнһегеҙ...
– Эйе, 2010 йылда баш ҡалаға күстем, сөнки ике ҡыҙым да бында йәшәй, уларға ярҙам итеү теләге алып килде. Әйткәндәй, ҡыҙҙарым да минең юлды дауам итеп, юрист һөнәрен алды. Әле ейән-ейәнсәрҙәремде тәрбиәләүҙә ярҙамлашам.
– Адвокат булараҡ һеҙгә ҡайһы төбәктәрҙән мөрәжәғәт итәләр?
– Республиканан ғына түгел, ә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән дә киләләр. Мәҫәлән, яңыраҡ Мәскәүҙең Бабушкин судында бик ҙур граждандар эшен ҡарауҙа ҡатнашып, еңеүгә өлгәштек. Майҙа Сочи ҡалаһында бер енәйәт эше буйынса сығыш яһаным. Әле Һамарҙа енәйәт эшендә яҡлаусы булып ҡатнашам.
– Прокуратураның бөгөн йәмғиәттәге урынын нисек баһалайһығыҙ? Һөнәри байрам айҡанлы әйтер теләктәрегеҙ ҙә барҙыр.
– Һәр замандағыса, әле лә ул йәмғиәтебеҙҙәге мөһим урынын юғалтмай һәм тормошобоҙҙоң бөтөн тармаҡтарында ла законлылыҡты яҡлаусы булып тора. Шуға күрә прокурор хеҙмәткәрҙәренә бик юғары талаптар ҡуйыла. Уларҙың белемен тикшереп, бер нисә йыл һайын аттестация үткәреп, уларҙың вазифаһына тап килеүен, яуап биреүен тикшереп торалар. Ауыр, ҙур ныҡышмалылыҡ, үҙ-үҙеңә яуаплылыҡ талап иткән эш ул.
Һүҙемде йомғаҡлап, прокуратура хеҙмәткәрҙәренә эшмәкәрлектәрендә уңыштар, яңы үрҙәр яулауҙарын, закон һағында, граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлауҙа намыҫлы хеҙмәт итеүҙәрен теләйем.
– Беҙ ҙә закон һағында торған барлыҡ прокуратура хеҙмәткәрҙәрен байрам менән ҡотлайбыҙ!