Йәмғиәт
9 Января 2020, 19:30

Ғүмерлек үкенес

"Бәлә килде бит. Ағайға ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан йөк машинаһы бәрелеп...”

Ул көндө тырҫ-мырҫ йөрөгән булдым, һөйләшмәнем, аҡланыуын тыңларға ла теләмәнем, күҙҙәренә ҡарап йылмайманым йән киҫәгемдең. Кис әҙерәк “төшөрөп” ҡайтҡайны, шуға енем ҡупты, ҡысҡырындым-ҡысҡырындым да ашатмай-итмәй барып яттым.
Ул һөйләшергә уҡталып ҡабат-ҡабат эргәмә килеп ураны. Холҡо алай ҙа тыныс, ҡыҙыуыраҡ кеше күптән минең ҡылығыма түҙмәй һуҡҡылып ташлар ине. Иртән дә эргәмә килде, ярай, ғәфү ит инде, тигән булды, ә мин ғорур, йәнәһе, өндәшмәнем, артым менән боролдом. Көндәгесә “әп” итергә ынтылғас, ытырғанып ситкә тайпылдым. Юҡ, әле генә ғәфү итмәйәсәкмен мин уны, тип көнө буйы ҡәһәтләндем, әйҙә, ғазапланһын. Кис етте, үҙем иремде көтәм, һаман нисегерәк ыҙалатырға быны тип пландар ҡорам. Ҡайтыр мәле үтеп китте, ул һаман юҡ. Ах, тағы кисәгеңде ҡабатларға уйлайһыңмы, тағы бер аҙ көтәм дә әсәйемдәргә сығып китәм, тип ҡәһәтләндем. Бер, ике, өс сәғәт үтте, ҡайтмай был. Ҡаным ҡыҙҙы, бүтәнсә көтөргә түҙемлегем ҡалманы, бәлки, ул берәй ҡатын менәндер тигән шик тә төштө башҡа. “Әйҙә, һыуыҡ буш өйөнә ҡайтып инһен әле!” тип уйлап ишеккә йүнәлдем.
Урамда кемдер берәү ҡаршыма килә ине, юҡ, был ул түгел. “Еңгә, ҡайҙа киттең? Ней... һин ул хәтлем көймә...” Килгән кешенең бошонҡо тауышы һағайтты. ”Тороп тор әле. Бәлә килде бит. Ағайға ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан йөк машинаһы бәрелеп...” Ишеткәндәремде ҡабул итә алмай аңым сыуалды, күҙ алдарым ҡараңғыланды, тыным ҡыҫылды, стенаға һөйәлеп, иҙәнгә шыуып төшкәнемде генә иҫләйем...
Ул көндө ирем аварияға осрап, мәңгелеккә мине ташлап китте. Юғалтыуҙы бик ауыр кисерҙем. Хәҙер әҙерәк ҡайғымдан арындым, күҙемде асып буш һәм мәғәнәһеҙ ҡалған тирә-йүнемә ҡарайым да теге һуңғы көн ҡылт итеп иҫемә килә лә төшә бит.
Аһ, ниңә генә шул саҡта йүнләп һөйләшмәнем, бәләкәй генә ғәйебе өсөн үпкәләгән булдым, матур итеп оҙатып ҡалманым икән тип үҙемде игәйем. Бәлки, ул да шуның өсөн борсолоп, уйланып килеп, иғтибарын юғалтҡандыр ҙа... Эх, әгәр шулай булырын белгән булһам, тигән үкенес йәнде үртәй. Был ауыр юғалтыу минең ғүмерлек үкенесем булып, йәнемдә иремәй торған һары һағыш булып мәңгелеккә ҡатып ҡалыр, моғайын...”
(Бөрө ҡалаһында йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).
Фото: Yuganka.kz
Читайте нас