Һеҙ ремонт башланығыҙмы? Ҡотлайбыҙ! Эшегеҙҙе бер аҙ еңеләйтер өсөн түбәндәге кәңәштәребеҙгә ҡолаҡ һалығыҙ.
1. Ҡаҙаҡ еңелерәк ҡағылһын өсөн уның башын үҫемлек майына манып алығыҙ.
2. Цемент ҡатнашмаһына шәкәр ҡушһағыҙ, ул күпкә ныҡлыраҡ буласаҡ.
3. Алебастрҙы һөт менән шыйығайтһаң, ул оҙағыраҡ ҡата. Ҡатнашма тишектәрҙе ямау өсөн ҡулай. Бының өсөн щетка ҡулланығыҙ.
4. Майлы эштәр өсөн щеткағыҙ бик ҡаты булһа, уны бер минутҡа ҡайнап торған уксусҡа һалып тороғоҙ.
5. Әле генә обой йәбештерелгән бүлмәне бер нисә көн елләтмәгеҙ. Юғиһә ул ҡуптарыла башлай, араһында күбектәр килеп сыға.
6. Кафель плитәһе еүеш булһа, уны киҫеү еңелерәк. Был осраҡта ул ватылмаясаҡ.
7. Йәбештерелгән кафель плитәһе ҡуптарылып төшһә, уны цинклы ағартҡыс менән нығытырға була. Ҡуйы әлиф менән ышҡып ҡуйығыҙ. Тик шуныһын иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ул оҙаҡ кибәсәк.
8. Ҡояшлы бүлмәләргә йыуа торған обойҙар йәбештермәгеҙ. Ҡояш нурҙары аҫтында улар һаулыҡ өсөн зыянлы булған матдәләр бүлеп сығара.
9. Асыҡ төҫлө обой һәм буяуҙар файҙаланып, ҡарап тороуға бүлмәнең ҙурлығын арттырып була. Ҡара төҫтәр, киреһенсә, бәләкәйерәк итеп күрһәтә.