Йәмғиәт
10 Января 2020, 09:25

Республика Башлығының яңы матбуғат секретары тәғәйенләнде

Диана Винер ҡыҙы Ихсанова 1995 йылдың 29 октябрендә Ҡырмыҫҡалы районының Яңы Ҡыйышҡы ауылында тыуған.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы бойороғо менән Диана Ихсанова республика Башлығының матбуғат секретары итеп тәғәйенләнде.
Диана Винер ҡыҙы Ихсанова 1995 йылдың 29 октябрендә Ҡырмыҫҡалы районының Яңы Ҡыйышҡы ауылында тыуған. Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетын, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2015 йылда шәхси эшҡыуар булып башлай. Төрлө йылдарҙа “МИР: Молодежь. Идеи. Развитие” йәштәр мәғлүмәт агентылығының баш мөхәррире, Мәғлүмәтләштереү һәм “Асыҡ Республика” системаһының эш итеү мәсьәләләре буйынса дәүләт комитетының төп белгесе, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы белгесе була. 2018 – 2019 йылдарҙа – Башҡортостан Башлығы Хакимиәте ҡарамағындағы социаль селтәрҙәрҙә халыҡтың мөрәжәғәттәре буйынса эш төркөмө хеҙмәткәре.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас