Үрге Ҡыйғы ауылынан Рим Мөхәмәтдиновты районда күптәр ағас оҫтаһы булараҡ белә. Эйе, уны хатта “ағас ене ҡағылған егет” тип тә шаярталар. Рим Радик улы, ағастан әйберҙәр етештереүҙән тыш, пиломатериалдар, йорт комплекттары, мунса өсөн буралар ҙа әҙерләй. Халыҡ араһында оҫтаның даны күптән таралған, шуға ла уға һатып алыусыларҙы эҙләйһе түгел, заказдар көн һайын район халҡынан, хатта күрше төбәктәрҙән дә килеп кенә тора икән.
– Бала саҡтан ағастан төрлө әйберҙәр эшләргә әүәҫмен. Мәктәптә уҡығанда ла хеҙмәт дәрестәренә ҙур ихласлыҡ менән йөрөнөм, атайыма ла һәр саҡ ярҙамлашып үҫтем, – ти эшҡыуар. – Шуға ла, армиянан ҡайтҡас, балта оҫтаһы, ташсы һөнәрен үҙләштерҙем.
Үҙ эшен асҡанға тиклем Рим Радик улы райондың төҙөлөш ойошмаларында балта оҫтаһы булып эшләй, ташсы ла була. “Минең һалған йорт-өйҙәр әле лә тирә-яҡты биҙәп, матурлап ултыра”, – ти эшҡыуар.
2014 йылда Рим Мөхәмәтдинов, төҙөлөштө ҡалдырып, үҙ эшмәкәрлеген асырға йөрьәт итә һәм ағастан төрлө әйберҙәр етештерә башлай. Элекке “Урожай” колхозы ерҙәрен ҡуртымға алып, яңы биналар төҙөп ултырта. Ошонда уҡ столяр, ағас ярҙырыу цехтары булдыра. Киләсәген уйлап эш иткән эшҡыуар, заманса һәм ҡеүәтле ҡорамалдар һатып ала, техника паркын да трактор, тейәгестәр, арбалар менән тулыландыра.
Бөгөн уңышлы эшмәкәрлек алып барыу өсөн Рим Радик улының бөтә мөмкинлектәре лә бар. Әле уның ҡулы аҫтында ике кеше эшләй, улар ҙа – ағас эшен төптән белгән белгес-оҫталар, рәссамдар. Төбәктә бәләкәй предприятие асыусы социаль яуаплылыҡ төшөнсәһенә нигеҙләнеп эш итә. Ауылдаштарын эш урындары менән тәьмин итеп, хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләй, ҡаҙнаны тулыландыра, хәйриә проекттарынан да ситләшмәй.
Рим Мөхәмәтдиновтың ҡулында ағас киҫәге лә йәнләнә. Баҡса кәрәк-ярағы, көнкүреш әйберҙәре күптәрҙең күңелен яулап өлгөргән. Шәхси йортонда эт аҫрағандарға ла бына тигән эт ояһы тәҡдим итә ул. Ағасты сеймал килеш һатҡансы, уны эшкәртеү хәйерлерәк тигән фекерҙә оҫта.
– Эшмәкәрлегемде бер ниндәй кредит алмайынса башҡарам, бурыстарым да юҡ. Шөкөр, ҡасандыр ҡурҡып ҡына башлаған эшем үҙ һөҙөмтәһен яйлап бирә, һатып алыусыларым да етерлек, – ти эшҡыуар. – Киләсәктә иһә яңы ағас әйберҙәре төрөн арттырып, ҡулланыусыларҙы сифатлы, экологик яҡтан таҙа продукция менән ҡыуандырасаҡмын.
Эйе, Рим Радик улының алға ҡарап йәшәүе һәм эшләүе һөйөндөрә, уның тырышлығы бушҡа китмәҫ, ауылдаштарын зауыҡлы ағас әйберҙәре менән киләсәктә лә һөйөндөрөр.