Йәмғиәт
10 Января 2020, 11:35

Яңы йылға безәүкәй күстәнәсе

Был ваҡиға иртәгә Яңы йыл тигән көндөң кисендә башланды. Инәйем иртән торғандан бирле, туҡтамай, көноҙоно аяҡһып йөрөнө. Өйгә бер керҙе, бер сыҡты. Йәнә керҙе лә сыҡты. Үҙе бер һүҙҙе тыҡыны:– Шаҡырайтып һыуытты. Төкөрөк төшкөһөҙ.

Был ваҡиға иртәгә Яңы йыл тигән көндөң кисендә башланды. Инәйем иртән торғандан бирле, туҡтамай, көноҙоно аяҡһып йөрөнө. Өйгә бер керҙе, бер сыҡты. Йәнә керҙе лә сыҡты. Үҙе бер һүҙҙе тыҡыны:

– Шаҡырайтып һыуытты. Төкөрөк төшкөһөҙ.



Өмөт сатҡыһы


Өйҙә беҙ өсәү: инәйем Ғә­ли­мә, ағайым Фәнил һәм мин – Тимеркәй. Өсәүләшеп, тегеләй итеп, былай итеп, кис еткер­ҙек. Декабрь айында – йыл аҙа­ғында көн ныҡ ҡыҫҡара, бик иртә ҡояш байып, көн төнгә алмашынғанын аңғар­май ҙа ҡалаһың.

Эңер-меңер етеп, өй эсе ҡа­раңғыланғас, инәйем ҡы­уыҡ­лы лампаға ут ҡабыҙҙы. Ә үҙе, өҫтөн һалып тормайынса, тышҡа кереп-сығып йө­рөүен дауам итте. Йәһәт үтеп-һүтеп, ҡосаҡ-ҡосаҡ ҡоро утын керетеп, стена буйын­дағы оло кирбес мейес уша­һына те­рәтеп, йәтешләп өйә торҙо. Ул ингән һайын, уға эйәреп, ап-аҡ сасҡау ҡар ялпыһы томоролоп-елләнеп өй эсенә үтеп керә.
Инәйем, бара һалып ишекте япҡас, иҙән уртаһындағы тимер мейес алдына килеп сү­кәйҙе. Ғәҙәтенсә, йәтеш кенә иттереп сыра телде, ҡоро утын ағастарын кәрәгенсә, берәм-берәм һайлап алып, мейескә тултырғас, ут яғып ебәрҙе. Унан һуң инде һыу һалынған еҙ сәйнүк, бәрәңге тулты­рылған суйын сүлмәк, тышы ҡарайып йылтыраған һыулы күнәк тимер мейес өҫтөндә теҙелеп урын алды.
Тимер мейестә сарт-сорт итеп ут ҡыҙыуыраҡ янған һайын өй эсенә тәнгә беленеп йомшаҡ йылылыҡ таралды. Инәйем мейесте ҡағыштырып утын дөртләткән арала үҙ алдына бер үк һүҙҙе ҡабатлай:

– Ут көтмәгәнсә сартлап яна. Ишетәһегеҙме, балалар, ни өсөн шулай? Төндә бик ныҡ һыуыҡ буласаҡ тигән киҫәтеү билдәһе был.
Сәй ҡайнап, бәрәңге бешкәс, беҙ өсәүләшеп өҫтәл тирәләй ултырып, кискелекте аша­ныҡ. Шунан һуң инәй түрҙәге таҡта һикегәятыр урын йәйҙе.
– Йәгеҙ, балаҡайҙар, инде йоҡларға ваҡыт. Мин хәҙер аҙбарға һыйырыбыҙ янына сығам. Оҙаҡлап китһәм, тимер мейескә утын өҫтәй тороғоҙ. Ут бөтөнләйгә һүнеп ҡал­маһын.
Беҙ ағайым менән һикеләге урынға барып ятҡас, инәйем беҙҙең өҫкә йомшаҡ ҡалын юрған япты. Юрғандың сит-ситтәрен ҡымтып, еңелсә ҡыҫтырып сыҡты. Тыныс ҡына тауыш менән киҫәтеп ҡуйыу һымағыраҡ итеп әйтеп ҡуйҙы:

– Юрғанды асып ташлап өшөп ятмағыҙ. Оҙон-оҙаҡ лабырлап һөйләшеп тормайынса, тиҙерәк йоҡлап китергә тыры­шығыҙ. – Инәйем өҫтөбөҙҙәге юрғанды тағы бер ҡабат ҡап­шаң­ҡырап үтте. Тын ҡалып, саҡ ҡына торғас, һүҙен дауам итте:
– Иҫән-имен быҙаулап бир­һен инде малҡайым. Хоҙай Тәғәләнән әйләнгән һайын шу­ны һорайым. Имен-аман, иҫән-һау ғына ҡотолһон һәүкә­ше­беҙ. Көн дә иртән-кисен йән аҫрар ризыҡ көткән балалар хаҡына, һәммәбеҙҙе үкһеҙ етем итеп, теге донъяға күскән әру­ах­тар хаҡына малҡайымды ауырлыҡһыҙ ҡотҡара күр, Аллаҡайым. Ике күҙҙе дүрт итеп көтөп торған өмөтөбөҙ, йә­шәтер аҡтан-аҡ һөт ри­зыҡты бар итер берҙән-бер илаһи йән эйәһе бит һин, һыйырҡайым.
Әйтер һүҙен йомғаҡлап, бит һыпырып доға ҡылғас, инәй, һаҡ ҡына баҫып, һикегә, малай­ҙар эргәһенә килде, уларға шым ғына былай тип шыбырланы:

– Балаҡайҙар, һеҙгә әйтеп ҡуяйым. Төндә яман ныҡ һыуытырға оҡшай. Әгәр шун­дайыраҡ хәл килеп тыуһа, беҙ­гә бер-бер сара күрергә кәрәк булыр. Һыйыр быҙаулап бир­һә, белеп булмай, һыйыр ме­нән быҙауҙы икеһен бергә әллә йылыға алып инергә, өйҙә ҡун­дырырға ла тура килер әле.
Инәй, ҡыуыҡлы лампаны ныҡ ҡына ҡыҫып, тышҡа сы­ғып киткәс, өй эсе ҡараңғылы-яҡтылы серле тынлыҡта ҡалды.


“Дүртәү булырбыҙ...”


Тимеркәй йылы юрған аҫтында тиҙ генә йоҡлап китә алманы. Яратҡан ағаһы менән һөйләшкеһе килде. Уға һыйы­ныбыраҡ ятып һүҙ башланы:

– Абзый, әйт әле. Һыйыр менән быҙау өйгә керһә, беҙгә бик ҡыйын булыр бит ул. Улар өйҙө сүпләр, насар еҫ таратыр. Һиңә, миңә тынғы бирмәҫтәр. Бигерәк тә инәйемә ҡыйын булыр. Ал-ял белмәйсә, шулар янында тегеләй итеп, былай итеп тик йөрөр. Көндөҙ колхоз эшенә лә өлгөрөргә кәрәк әле уға. Бөтәһе өҫтәүенә күрше малай-шалай этләр беҙҙе. Сәрел­дәр бергәләшеп беҙҙең өй тап­ҡырында. Ағалы-энеле Фәнил менән Тимеркәй яҙғылыҡҡа, йәйге осорға быҙау көтөүсеһе булырға әҙерләнә, тип үсек­ләрҙәр, шуны көт тә тор.
Ҡустыһы әйткән һүҙҙәрҙе уй­лап, ағай кеше бер килке өн­дәшмәй ятты. Шунан иң тәүҙә тел осона килгән һүҙҙе әйтте:

– Һин, туғаным, бик ҡыҙыҡ малай. Үҙең әле ерҙән саҡ ҡал­ҡып киләһең, ә үҙең – фантазер. Әллә нимәләр уйлап сыға­раһың. Ерле юҡ нәмәнән ҡур­ҡаһың. Хәҙер инде ағайың әйткән һүҙҙәрҙе йоҡоға талмай ғына тыңлап ят. Тыңла ла үҙе­ңә аҡыл йый, уйлап ҡара. Иң тәүҙә, әйтәйек, инәй бер үҙе тү­гел бит. Һин бар, мин бар. Мал­ҡайҙарҙы ҡарашырға яр­ҙам итешәсәкбеҙ. Өйҙәге сүп-сар­ҙы һепереп, иҙәнде таҙар­тып торорбоҙ. Утын ярып инде­рербеҙ. Тимер мейескә ут яғып, өйҙө йылытып торорбоҙ. Һыуға барып килербеҙ. Аҙбар­ҙа һыйыр аҫтында йыйылған тапантыны бәләкәй санаға те­йәп, тышҡа сүплеккә сығарып түгербеҙ.
Ошо мәл Тимеркәй, Фәнил ағаһына нығыраҡ һыйынып, осоноп, ҡабаланып йүгерек һүҙҙәр теҙҙе.
– Туҡта, һин шуны ла онотма, – Фәнил туғанын үҙенә тағы ла нығыраҡ һыйындыр­ҙы. – Беҙ өсәү генә түгел, дүртәү буласаҡбыҙ бит. Быҙау ҙа беҙҙең менән йәшәйәсәк. Әгәр мине колхоз эшенә саҡы­рып алһалар йә инәй эшкә киткән саҡта быҙауҡай һиңә иптәш булыр. Уны ашатыр­һың, эсерерһең, бәләкәс ҡул­дарың менән йомшаҡ һыйпап яратырһың, иркәләрһең, һүҙ ҡушып, көй көйләп үҙеңә эйә­ләштерерһең. Ә быҙауҡай көн­дән-көн һиңә нығыраҡ бәй­лә­нер. Эргәһенә барһаң, ышҡы­нып, моронон терәп, башы, муйыны менән ҡағылғылап, иркәләнер. Өҫтәп шуныһын да әйтәйем: туғаным, һин ҡурҡ­ма. Һыйыр бит көн буйы өйҙә тормаясаҡ. Быҙауын имеҙә, һөтөн һауҙыра ла тыштағы үҙенең ҡәҙимге төп йортона, ситән аҙбарға тағы әйләнеп ҡайта. Ана шунда алдындағы йәшел бесәнде көйшәй-көйшәй кис етеүен көтә.


Беҙ бар саҡта...


Инде һүҙ осланды тигәс, Фәнил ағаһы ҡәнәғәт тауыш менән былай тип дауам итте:

– Беҙ өсәү бит: инәйең бар, ағайың бар. Бына шулай, ту­ғанҡайым. Беҙ япа-яңғыҙ түгел. Беҙ – өс таған. Өс таған тор­мошта ныҡ тора ул. Бер ҡасан да аумай, таралып кит­мәй. Ел-дауылға ла, ҡар-бу­ранға ла, һис бер кемгә лә, һис бер нәмәгә лә бирешмәй. Мин әйткәнде ишеттеңме, туған­ҡайым? – Фәнил көрһөнөп тын алғас, Тимеркәйҙе үҙенә тартты. – Ә хәҙер иң күңелле хә­бәрҙе ишеттерәм. Ҡола­ғыңды ныҡ асып, тын да алмайынса тыңларға тырыш. Һыйырыбыҙ иҫән-һау бы­ҙаулап бирһә, беҙ иртәгәнән башлап йыл буйына, яҙҙан алып яңы ҡышҡа саҡ­лы һөт-ҡатыҡтан, ҡаймаҡ-майҙан өҙөлмәйәсәкбеҙ. Аҡ ри­зыҡҡа туйынып йәшәйәсәкбеҙ, Алла бойорһа. Ысынлап-ысын­лап. Инәйем шулай тип әйтте. Һин дә, мин дә Аллаһтан шуны теләйек. Һин, туған­ҡа­йым, йышыраҡ та, нығыраҡ та телә. Гонаһһыҙ бала-саға­ның те­ләгән теләктәрен Аллаһ Тәғәлә ихлас ҡабул итә һәм тормошҡа ашыра, тип әйтәләр икән. Аң­ланыңмы, Тимеркәй туған­ҡайым?
– Аңланым, абзыҡайым. Аңланым! – Тимеркәй, ҡал­ҡынып-осоноп, ағаһын һығып ҡосаҡланы. – Һин, абзый, шундай яҡты кеше, ивет. Их, ниндәйен рәхәт һинең баҫалҡы тауышыңды тыңлап ятыуы. Һин гелән шундай бул, йәме, абзый. Бер ҡайҙа китмә. Ошолай өсәүләшеп йәшәйек тә йәшәйек. Өйөбөҙ бар, һыйы­рыбыҙ бар, эшсән, йомшаҡ күңелле инәйебеҙ бар.
Һине ана теге саҡта, атай-әсәйең йәшләй үлеп киткәс, етем бала тип балалар йортона мәжбүр иттереп яҙып алып киткәндәр. Малай ғына кө­йөнсә нисәмә йыл ситтә йө­рөгәнһең. Силәбе ҡалаһында ФЗО-ла уҡып һөнәргә өй­рәнгәнһең. Заводта практика үткән ваҡытта һул ҡулыңдың бармаҡтарын өҙҙөргәнһең. Баш бармағың ғына нисектер имен тороп ҡалған.

Шулай ҙа нимә кәрәк, шуны эшләй алаһың. Һин миңә иң яҡын кеше бөгөн. Инәйемдең бер туған ҡустыһы бит һин, ауылдағы берҙән-бер иң яҡын нәҫел кеше. Һин ҡайтып төшкәс, инәйемә лә, миңә лә рәхәт булды. Атай-инәйһеҙ ҡалһаң да, инде һин тома етем түгел. Һиңә берәү ҙә килеп ҡағыла алмаясаҡ беҙ бар саҡта. Һине бит беҙ генә түгел, хатта ауылдың күлен­дәге балыҡтар ҙа һағынып көткән. Ҡармаҡты һыуға таш­лауың була, эреле-ваҡлы ба­лыҡ­тар, бер-бер артлы ялтыр-йолтор итеп, яр башына теҙе­леп килеп тә ята. Уларҙы оҙон теҙгескә теҙеп, йылмайып, эре баҫып ҡайтып керәһең өйгә. Ә беҙ инәйем менән ул балыҡ­тарҙы йәһәт кенә таҙартып алабыҙ. Уларҙан инәйем йә балыҡ һурпаһы әҙерләй, йә табала ҡурып тәмлекәс итә.

Һинең ҡармаҡҡа әүәҫле­геңде күреп, “ҡотло ҡул Фә­нил” тигән шаян, мәғәнәле ҡу­шамат та тағып өлгөр­ҙөләр. Был ҡушамат һиңә килешеп тә тора.
Тимеркәй һүҙен, үҙе бел­гәнсә, тегенән төшөп, бынан төшөп йәнә дауам итте:

– Абзый, белеп тораһың, инәйем һине һуғышта һәләк булған һөйөклө ире кеүек яҡын ир-туған зат итә. Ә ми­нең үҙемә һин иң яҡын нәҫел, абзый. Һиңә мин гелән яҡшы­лыҡ теләйем. Ана шуға ҡар­маҡ­ҡа барһаң, балыҡтар бер-бер артлы туҡтауһыҙ ҡабып тора. Һинең ҡармаҡ сыбығың да, ҡармаҡ ебең дә үҙ ҡул­да­рың менән эшләнгән. Улар үҙҙәренең төҫө, еҫе менән ба­лыҡтарҙы үҙҙәренә, әйтер­һең дә, саҡырып, ымһын­дырып тора. Абзый, мине лә өй тирә­һендә кәрәк була торған теген­дәй-бындай һөнәргә өйрәт әле, йәме. Икебеҙ ҙә һөнәрле бул­һаҡ, тормош күңеллерәк, инә­йемә йәшәүе еңелерәк булыр.
(Дауамы бар).
Читайте нас