Өфөлә ихаталарҙы ҡарҙан таҙартыу дауам итә. Тик бына торлаҡ хеҙмәттәре ҡайһы бер ҡаршылыҡтарға тап була. Нигеҙҙә, баш ҡалала йәшәүселәрҙең шәхси транспорты эшкә ҡамасаулай.
Йәйәүлеләр йөрөгән тротуарҙар, йорттар, биналар ҡыйыҡтары, балкондар һәм башҡалар ҡарҙан таҙартыла. Быйыл баш ҡалалағы 366 ихатала ошондай эш атҡарылған. Был хеҙмәткә йәнә сүп-сарҙы, баҫҡыс майҙансыҡтарын йыйыштырыусылар, слесарҙар, сантехниктар йәлеп ителә.
Әйткәндәй, ниндәйҙер ихатаны тулыһынса таҙартыр алдынан был хаҡта мәғлүмәттәр ҡуйыла. Бындай хәбәрҙәр шулай уҡ машиналар тәҙрәһенә лә эленә. Подъездарға ингән урындарҙа ла ҡарҙың ҡасан һәм ҡайҙа таҙартыласағы хаҡында иҫкәртеүҙәр яҙылып ҡуйыла. Ошондай уҡ мәғлүмәтте муниципалитеттың сайтында ла уҡырға мөмкин.
Өфө ҡалаһының Торлаҡ хужалығы идаралығы вәкилдәре һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡар таҙартыу эшенә туҡталҡаларға ҡуйылған автомобилдәр ҡамасаулай. Шуға һәр кемде ихаталарҙы комплекслы таҙартыу тураһындағы иғландарға иғтибар итергә һәм ошо урындарҙан машинаһын алдан алыуҙы хәстәрләргә саҡыралар.