Йәмғиәт
11 Января 2020, 10:30

"Нисек оялмай ит һатаһың ул?"

- Һин бигерәк инде, Земфира...

Оҙон кеүек тойолған Яңы йыл ялдары ла үтеп китте. Һәр кем үҙенсә уҙғарҙы уны.

Ә бына яратҡан артисыбыҙ Земфира Байбулдина үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә шулай тип яҙған:

"Мин кеше ял иткәндә эшләгәс, бер ни һиҙмәнем дә, күрмәнем дә. Прилавка артында ит һатҡанымды тәү күргәндәрҙең иҫе китте. Кемдер килеп аптыраны, икенселәр маҡтаны, өсөнсөләр йәлләне, дүртенселәр ғәжәпләнде, бишенселәр минең менән фотоға төштө, алтынсылар мине тикшереп ҡарар өсөн ит алған булып, һөйләшеп тороп алған иттәрен онотоп ҡайтып китте. Етенселәр шым ғына ситтә тикшереп торҙо, һигеҙенселәр ит алып, икенсе көнгә килеп мине маҡтап, күстәнәс килтереп, тағы ит алып китте. Туғыҙынсылар: «Нисек оялмай ит һатаһың ул? Һин бигерәк», - тине... Яуап итеп шуны ғына әйткем килә: теләһәм - бөгөн сәхнәләмен, иртәгә баҙарҙа ит сабып һатам, иртәнән һуңға тағы һөйләгән шиғырымды тыңлап, илап ултырғанығыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ. Ә унан һуңға туй йә юбилей алып барам. Ләкин мин кешенекенә ҡағылмайым, урламайым, хәләл көсөм менән үҙем табам!"

Сәхнә йондоҙоноң һүҙҙәренә комментарийҙар бик күп. Бөтәһе лә уны хуплай.


«
Земфира, уның ни ояты бар? Афарин, бар яҡлап килгәнһең, яратам шундай өлгөрбикәләрҙе! Беҙ һине яратабыҙ, әйҙә, алға табан!» - тип яҙған Розалия Ибраһимова.

Фото: артистың “Бәйләнештә” ге сәхифәһенән.

Читайте нас