Учалы районында була был хәл.
Былтыр март айында участка лесничийы Урал аръяғы урмансылыҡ биләмәһендә законһыҙ рәүештә ағас ҡырҡыу маҡсатында мәкерле план ҡора, быға ике танышын да йәлеп итә. Еңел юл менән кеҫә ҡалынайтырға иҫәп тотҡан өс әҙәм 39 төп ылыҫлы ағасты ҡырҡа. Зыян 830 мең һум тәшкил итә.
Енәйәтте йәшереү өсөн таныштарҙың береһе әсәһе етәкселек иткән крәҫтиән (фермер) хужалығы исеменән ағас өсөн ялған документтар төҙөй. Ағас ташыған ваҡытта йөк тейәлгән машиналарҙың береһен полиция туҡтата.
26 йәшлек лесничий һәм уның ике әшнәһенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды.