Йәмғиәт
11 Января 2020, 13:00

Йәнә икәүҙең ғүмере ҡыл өҫтөндә...

Үткән тәүлектәге янғындар ҡорбандар һанын арттырҙы.

1-9 ғинуарҙа республика буйынса 150 янғын осрағы теркәлә, былтырғы менән сағыштырғанда, 19 процентҡа аҙыраҡ, тип хәбәр иткәйнеләр кисә Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенән. Әммә тынысланыр әмәл юҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән тәүлек тә фажиғәһеҙ уҙманы. Янғындарҙа ике кеше һәләк булды, йәнә икәүһе ҙур зыян күрҙе, ғүмерҙәре ҡыл өҫтөндә.
Бөгөн иртән Ишембай ҡалаһында дүрт бүлмәле фатирҙан көслө төтөн сыға башлай. Янғын һүндереүселәр ныҡ ыҫланған фатирҙа тонсоҡҡан 49 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһен таба.
Нефтекама ҡалаһының Марино биҫтәһендә ағас йортта янғын сыға. 58 йәшлек ҡатын үлә, 60 йәшлек ир ағыуланып, дауаханаға эләгә.
Дүртөйлө ҡалаһында сыҡҡан янғында зыян күргән 37 йәшлек ир ауыр хәлдә реанимацияға оҙатыла.
Фото Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.
Читайте нас