

Телевизорҙан тапшырыу бара. Бер мәл таныш бер етәксене күрһәтә башланылар.
Икенсе класта уҡыған ҡыҙымдан юрамал ғына:
- Ошо ағайҙы таныйһыңмы? - тип һорағайным, ул:
- Таныйымсы, теге алдаҡсы ағай! - тимәһенме! Унан шартлатып телевизорҙы һүндереп ҡуйҙы. - Шул алдаҡсыны ҡарамайыҡ! Насар кеше бит ул.
Ҡыҙымдың былай тип әйтеүенә аптырап ҡалһаҡ та, өйҙә гел генә алдашырға ярамағанлығы хаҡында иҫкәртеп торғас, уның насар ғәҙәт булыуын яҡшы аңлай.
Теге ваҡыт етәксе ағай улар уҡыған мәктәпкә килергә тейеш ине. Билдәле, беҙ ҡунаҡты шартына килтереп ҡаршы алырға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Бының өсөн алдан етди әҙерләнделәр. Мәктәптең ышҡымаған, таҙартмаған урынын ҡалдырманылар. Ҡыҙым бейеү ансамблендә йөрөгәс, улар көн һайын белем биреү ихатаһында күнекмә үткәрҙе. Бейеүҙәрен көнөнә бер нисә тапҡыр ҡабатлай торғас, хатта үксәләре ауырта башланы. Кисен ул арып, хәлдән тайып ҡайтыр ине.
Бына билдәләнгән көн дә етте. Иртән мәктәп ихатаһы байрам төҫөн алғайны: шарҙар елберҙәй, күңелле музыка яңғырай, тағы ла әллә күпме яуаплы вазифа биләгәндәр йыйылған. Ҡурсаҡ кеүек кейенгән, тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡҡан уҡыусылар, уҡытыусылар...
Эштән түҙемһеҙләнеп ҡайттым.
- Байрам нисек үтте? Нисек бейенегеҙ? - тип һорайым ҡыҙымдан.
Күренеп тора: ҡыҙымдың кәйефе юҡ ине.
- Теге ҙур ағай килмәне, - тине ул, ауыр һулап. - Алдаҡсы икән!
Фото: lachat.ru