Кисә кис республика юлында тағы бер үлемесле авария булды. Был юлы ҡорбан – Өфө – Ырымбур трассаһында.
Авария Өфө районында, оло юлдың 26-сы километрында теркәлә. 35-40 йәштәрҙәге ҡатынды баш ҡала яғына йүнәлгән "Пежо" автобусы тапата. Рулдә 33 йәшлек Өфө кешеһе ултырған.
Ҡатын алған йәрәхәттәренән урында һәләк була, "Ашығыс ярҙам" табиптары ярҙам итеп өлгөрмәй. Республика ЮХХДИ-һынан хәбәр итеүҙәренсә, мәрхүмәнең кемлеге әлегә билдәле түгел, шәхесе асыҡлана.
Авария кис ҡараңғы ваҡытта була. Йәйәүлеләр өсөн был айырыуса ҡурҡыныс мәл. Кис өйҙән сыҡҡанда хәүефһеҙлек өсөн яҡтылыҡты сағылдырған һәм асыҡ төҫтәрҙәге кейем кейергә кәңәш ителә. Юлды йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән махсус урындан ғына сығырға кәрәк икәнлеген онотмайыҡ.