Күптән түгел генә, 6 ғинуарҙа, Белорет районындағы Инйәр ирәкташы эргәһендә өс ир юғалғайны, тип яҙғайныҡ. Кисә йәнә бер кеше ошо тау яғына киткән дә кире ҡайтмаған.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәткәре Елена Зиннәтуллина хәбәр итеүенсә, 1962 йылғы ир “ГАЗ-3110” машинаһында, төшкә ҡарай ҡайтып етермен тип, Ирәкташҡа сығып киткән дә әле һаман юҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бында мобиль элемтә юҡ. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-һәләкәттәрҙән ҡотҡарыу хеҙмәте, Белорет ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре төнө буйы ирҙе эҙләгән, тик тапмаған. Бөгөн был эште полиция хеҙмәткәрҙәре дауам итә.