Йәмғиәт
13 Января 2020, 18:50

Үлеме осраҡлы түгел, ти туғандары

"Биш миллион бирһәң, заказ кире ҡағыласаҡ..."

Уҙған йыл табыштарға ла, юғалтыуҙарға ла бай булды. Улар араһында республиканың ҙур предприятиеларының береһе – “Бүздәк” теплица хужалығы етәксеһе Фавил Хәбибрахмановтың вафаты булғандыр.
Яңы йыл мәшәҡәттәре менән был ҙур юғалтыу тураһында әллә ни хәбәр булманы, әммә һуңғы көндәрҙә уның үлеме осраҡлы булмаған тигән фекер белдерә туғандары. Яҡындары һөйләүенсә, вафаты алдынан етәксегә билдәһеҙ кешеләр уны үлтереү өсөн миллион һум аҡса тәҡдим итеүҙәре, әгәр үҙе биш миллион һум бирһә, заказдың кире ҡағыласағы тураһында белдергән булған. Әммә әлегә был фаразды кеше һүҙе генә тип ҡабул итергә мөмкин...
Хәбибрахманов ҡапыл үҙен насар тойған, "Ашығыс ярҙам"да дауаханаға алып килһәләр ҙә, ҡотҡара алмағандар. Шафоат һәм Фавил Хәбибрахмановтарҙың ғаиләһе йылдар дауамында теплица эше менән шөғөлләнә, консервалар етештерә, төбәктең уңышлы эшҡыуарҙары булып иҫәпләнә. Эйе, республиканың ауыл хужалығы өсөн дә ҙур юғалтыу был...
Фото. Мхс.ru
Читайте нас