Салауат районының Нәсибаш ауылында йәшәгән ир саҡ балаһын туҡмап үлтермәгән. ”Салауат ерендә” гәзите ошо хаҡта полиция мәғлүмәттәренә таянып хәбәр итә.
Ир иҫереп өйөнә ҡайта ла бәлиғ булмаған улын ҡайыш менән туҡмай башлай. Кәм тигәндә 15 тапҡыр малайҙың арҡаһын һыҙыра. Әсә кеше бындай вәхшилеккә түҙә алмай полицияға хәбәр итә.
Полицияла атай кеше үҙенең шундай ысул менән улын тәрбиәләүен һөйләп аҡланырға тырыша. Баланы дауаханаға тикшереү өсөн оҙаталар. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тикшереү эшен дауам итә.