Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ғинуар 2020, 13:07

“Алтын бишек” еңеүселәре алтынға бәрәбәр

Учалы – Белорет трассаһы буйлап сәфәр ҡылыусылар юл буйында урынлашҡан Зәйнәкәй, йәғни Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылына иғтибар итмәй китмәйҙер. Миндәк йылғаһы буйында гүзәл тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ауыл төҙөклөгө, күркәмлеге менән айырылып тора. Әллә тап юл тәңгәлендә урынлашҡанғамылыр, башҡа ауылдар кеүек Зәйнәкәй ҡартаймай, киреһенсә, үҫә, йәшәрә, яңы урамдар барлыҡҡа килә.

Зәйнәкәй үҫә, йәшәрә...


Учалы – Белорет трассаһы буйлап сәфәр ҡылыусылар юл буйында урынлашҡан Зәйнәкәй, йәғни Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылына иғтибар итмәй китмәйҙер. Миндәк йылғаһы буйында гүзәл тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ауыл төҙөклөгө, күркәмлеге менән айырылып тора. Әллә тап юл тәңгәлендә урынлашҡанғамылыр, башҡа ауылдар кеүек Зәйнәкәй ҡартаймай, киреһенсә, үҫә, йәшәрә, яңы урамдар барлыҡҡа килә.


Үҙенең ике быуаттан ашыу тарихында ауыл бик күп төрлө ваҡиғаларға шаһит була. Тәүге исеменең килеп сығыуы есаул-заурядник Зәйнәкәй Бикбауов менән бәйләнгән булһа, икенсе исеме тарихи ҡомартҡыларҙа, Ҡаҙаҡҡол ауылынан бүленеп килеп урынлашҡан дүрт-биш ғаиләнең нигеҙләнеүенә таянып, үҙ урынын алған.


Хәҙерге ваҡытта ауыл рәсми рәүештә Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол исемен йөрөтә, ә халыҡ телендә күберәк Зәйнәкәй исеме яңғырай.


Берҙәм эштә – бәрәкәт


Ауылда бик дәртле, егәрле һәм берҙәм халыҡ йәшәй. Быйыл “Баш­ҡорт­остан-24” каналы иғлан иткән “Ал­тын бишек” акцияһына дәррәү ҡу­шы­лып еңеп сығыуҙары – быға асыҡ дәлил.


Зәйнәкәй Амангилде ауыл биләмә­һенә ҡарай һәм уның үҙәге булып һанала. Алты ауылды берләштергән биләмәлә йәмғеһе 392 йорт хужа­лығында 1342 кеше йәшәй.


Хакимиәт башлығы вазифаһын урындағы халыҡтың проблемаларын яҡшы белгән, уртаҡ мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл итергә тырышҡан, йәш булһа ла, был өлкәлә байтаҡ тәжрибә туплаған яуаплы, талапсан етәксе Илдар Килмөхәмәтов башҡара. Илдар Әсғәт улы оҙатыуында беҙ Зәйнәкәй ауылында урынлашҡан ҡайһы бер учреждение-йорт хужалыҡтары буйлап йөрөп сыҡтыҡ, биләмә халҡының йәшәйеше, борсоған проблемалары, киләсәккә пландары менән таныштыҡ.
Проблемалар тигәндәй, был яҡтар­ҙың халҡына ошондай һыҙат хас – әҙерҙе, күктән төшкәнде көтөп ятмай, үҙҙәре ҡатнашып, нимәлер булды­рырға, төҙөргә тырыша улар. Һуңғы йылдарҙа “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында әүҙем ҡатнашалар.


Программа нигеҙендә, 2014 йылда – Ғәлиәхмәр, 2015 йылда Ҡалуй, Көсөк ауылдары зыяраттары кәртә­лән­гән. Быйыл Сораман ауылы урамдарына энергияны күп сарыф итмәү­ҙәре һәм оҙаҡҡа етеүҙәре менән отош­ло яҡтыртҡыстар ҡуйҙырыуға өлгәш­кәндәр. Былтыр Зәйнәкәйҙә балалар өсөн спорт майҙансығы төҙөлгән.


Социаль учреждениеларға ла даими ремонт уҙғарылып тора. Шулай, 2016 йылда “Берҙәм Рәсәй” партия­һының “Реаль эштәр” проектына ярашлы мәҙәниәт йортоноң йылытыу системаһы алмаштырылған.


– 1965 йылда төҙөлгән мәҙәниәт усағында ҡыштарын бик һыуыҡ булды. Түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүселәр өсөн ҡыйынға тура килде, ситтән артистар ҙа беҙҙе күп осраҡта урап үтә ине. Йылытыу системаһы алмаш­ты­рылғас, хәл тамырынан үҙгәрҙе. Клубта хәҙер йылы ла, яҡты ла. Балалар менән рәхәтләнеп шөғөлләнеү өсөн дә шарттар бар, кескәйҙәр яңы ғына асылған бейеү, ҡурай, “Уңған ҡулдар” түңәрәктәрендә бик теләп шөғөлләнә, – тип ҡыуаныстары менән уртаҡлаша клуб мөдире Рита Насирова.


Ғөмүмән, зәйнәкәйҙәр – йыр-моңға маһир халыҡ. Ағинәйҙәр ойошторған “Әхирәттәр” фольклор төркөмө – һәр байрамдың биҙәге.


Һабантуйҙарҙа, башҡа сараларҙа ҡупшы милли кейемдәрен кейеп, дәрт­ле көйгә ҡушылып йырлап-бейеп та­ма­шасы һөйөүен яулай улар, йәш бы­уынға милли йолаларҙы түкмәй-сәс­мәй тапшырыу өҫтөндә лә тырыша ағинәйҙәр. Әйткәндәй, милли кейем­дәрҙе улар үҙ ҡулдары менән тегеп кейгән. Бигерәк тә Сәбилә Нәҙершина оҫта ҡуллы булараҡ танылған. Ул за­ман­ға яраҡлаштырып эшләгән түш би­ҙәүестәре менән ауылдың барлыҡ ағинәйҙәре һәм ҡатын-ҡыҙҙарын ғына түгел, хатта ҡурсаҡтарҙы кейендерә баш­лаған. Оҫтабикәнең тағы бер үҙен­сәлекле шөғөлө – тула һуғып, сарыҡ тегеү. Ғөмүмән алғанда, Зәйнә­кәйҙә барлыҡ гүзәл заттар ҙа оҫта ҡуллы.


Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылының ир-егеттәре лә гүзәл заттарҙан ҡалыш­май. Талантлы баһадирҙар “Егеттәр” вокаль ансамблен ойошторған, дәрт­ле итеп күңел асҡан кеүек, ең һыҙға­нып эшләй ҙә белә. Заманында дан­лыҡлы “Байрамғол” совхозының Бә­ләкәй Ҡаҙаҡҡол бүлексәһендә бик күп баш мал аҫрала. Әммә үҙгәртеп ҡороу елдәре Зәйнәкәйҙе лә урап үтмәй, ферма ябыла. Хеҙмәт урында­ры бөтөрөлһә лә, юғалып ҡалмай ир-уҙамандар. Йәштәр Себергә, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына йөрөп аҡса эшләй, олораҡтары ҡура тултырып мал-тыуар аҫрап, баҡса үҫте­реп гөрләтеп донъя көтә. Ауыл­дың оло юл буйында урынлашыуы ла ауыл халҡы өсөн бик ҡулай – артыҡ продукцияларын юлсыларға һатып, урында ғына аҡса эшләүселәр ҙә бар.


Заманында алтын ҡуллы оҫталар һәр йортта булған тиерлек. Әле лә Зәйнәкәй оҫталары тирә-йүндә дан тота.


Яратҡан шөғөлөң булыу – үҙе бәхет


Зиннур Йәһүҙин тураһында ла тап шулай тип әйтеп була. Уның ағастан юнып-һырлап эшләгән ҡул эштәре бер кемде лә битараф ҡалдырмай.


Зиннур Зәйнулла улы Зәйнәкәйҙә тыуып үҫә, урта мәктәпте тамамлағас, иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләш­тереү теләге менән һөнәрселек учили­щеһына уҡырға инергә ниәтләй, әммә төркөм тулған тип, уны балта оҫтаһына уҡырға өгөтләйҙәр. Бала саҡтан эшкә тилбер оҫта ҡуллы егет: “Мин былай ҙа ошо һөнәрҙең бар нескәлектәрен беләм”, – тип, уҡыуҙан баш тарта һәм әрмегә йүнәлә.


Һалдат бурысын үтәп ҡайтҡас, күр­ше Сораман ауылынан Зәбирә исемле һылыуға өйләнеп, ауылда төплә­нә­ләр. Ғаиләгә йәм өҫтәп бер-бер арт­лы өс бала донъяға килә. Үҙ ҡул­дары менән күркәм йорт һалып сыға Йәһүҙиндәр. Зиннур Зәйнулла улы сов­хозда малсылыҡта эшләй. Буш ва­ҡыттарында ағас эше менән дә булыша. Үҙ ҡулдары менән төҙөгән йортон семәрләп биҙәп ҡуя. Тирә-яҡҡа уның балта оҫтаһы тигән даны тарала.


Ауылда ферма ябылып, хеҙмәт урыны бөтөрөлгәс, бер аҙ урман эшендә йөрөй. Ҡулы оҫта кеше бер ҡасан да аҡсаһыҙ булмай инде, Зиннур Зәйнулла улын да яңы йорт, мунса һалыусылар эштән бушатмай. Семәрләп тәҙрә ҡапҡастары, ҡапҡа­лар, йорт фронтондарын эшләтергә заказсылар күбәйеп китә.


Тыуған яҡтың урман-ҡырҙарында йөрөргә ярата ул, шул саҡта ҡулына эләккән һәр ағас ботағын нимәгәлер оҡшатып юнып, төрлө һындар эш­ләргә ғәҙәтләнеп китә. Ауыл хаки­миәтенән буш торған йортто һорап алып, шунда оҫтахана ла асып ебәрә.
Ерек, мышар, йүкә, имән, ҡарағай, муйыл, ҡара тал, ҡарама, хатта алма ағасынан әллә күпме ваза, баҙыян һауыттары, сувенирҙар эшләгән оҫта.


– Һауыттар эшләгәндә ағастарҙың ороһон ҡулланырға тырышам. Юлаҡ-юлаҡ биҙәктәрҙе күреп, ҡайһы берәү­ҙәр “Буяныңмы әллә?” тип һорай. Бер ниндәй ҙә буяу-фәлән ҡулланмайым, барыһы ла тәбиғәт мөғжизәһе, һыу һеңмәһен өсөн етен майы ғына һөр­төп ҡуям, – тип эшенең нескәлектәрен аңлата әңгәмәсем.


Зиннур Зәйнулла улы йорт эсендәге байтаҡ йыһазды үҙ ҡулдары менән эшләгән.

– Үҙең яһаған мебель ныҡ та, матур ҙа була. Быны аңлап, һуңғы йылдарҙа һандыҡ, ултырғыс, өҫтәл­дәргә заказ биреүселәр күбәйеп китте. Яратҡан ҡомарым менән күберәк ҡышҡы оҙон төндәрҙә шөғөлләнәм, йәй ваҡыт етмәй – бесән-утын әҙерләргә кәрәк. Материалды ла йәйгеһен хәстәрләп ҡуям, – ти оҫта.


Әйткәндәй, материал йыйырға уның таныштары, ауыл малайҙары ла ярҙам итә – урманда кәкре йә берәй һынға оҡшап үҫкән ағасты, үҫентеләрҙең ороһон тап итһәләр, оҫтаға алып киләләр икән.


Зиннур Зәйнулла улы эшләгән ағас әйберҙәрҙе ауыл Советы хакимиәте йыл һайын район һабантуйына күргәҙмәгә алып бара, сувенирҙарҙы һатып алырға теләүселәр ҙә күп, әле яңыраҡ ҡына Татарстанда йәшәгән апаһы аша һоратып алдырғандар. Тик оҫта уларҙы һатып бармай, күп осраҡта бүләк итеп бирә.


Әле Зиннур Йәһүҙин йорт ихата­һында оҫтахана эшләү менән мәшғүл. Киләсәктә ағастан төрлө әйберҙәр эшләү менән ныҡлап шөғөлләнергә уйлай ул. Бының өсөн уның төрлө станоктары, материалдары ла етерлек, иң мөһиме – теләге бар. Ҡатыны ла, балалары ла яҡындарының башланғысын хуплап ҡына тора.


Йәһүҙиндәрҙән йорт аша ғына йәшәгән тағы бер йүнсел яратҡан шөғөлөнә 30 йылдан ашыу тоғро ҡала. Кәрим Мостафин әлеге мәлдә йүгән тегеү менән мәшғүл. Ат егеү кәрәк-ярағын яһау серенә ул йәш сағында ағаһынан өйрәнеп ҡала.

Кәрим Мостафин өсөн был шөғөл – килем алыу ысулы түгел, ә күңел та­лабы. Шулай ҙа еренә еткереп, сифатлы эшләгән оҫтаға бөтә республи­канан заказдар килә. Йүгән, дилбегә, ышлыя, ыңғырсаҡ, ҡамыт, сыбырт­ҡы — ҡулынан килмәгән нәмә юҡ.


– Йәй көнө буш ваҡыт табыуы ауыр, ә бына ҡыштың оҙон төндә­рен­дә йоҡламай эшләйем. Хеҙмә­теңдең һөҙөмтәһен күреү күңелгә дәрт бирә, эшләгән һайын эшләге килә, – ти Кәрим Мөхәммәт улы.


Хужаның ихатаһында трактор ултырһа ла, йылҡы аҫрай. Атты үҙең яһаған кәрәк-яраҡ менән егеү үҙе ни тора.

Эйе, күңелгә ял алырлыҡ шөғөлө булған кеше бәхетле булалыр. Ул шөғөл өҫтәүенә килем дә килтерһә, икеләтә яҡшы бит.


Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа


Әйткәндәй, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡолда һәр йортта тиерлек техника бар. Өлгөлө ғаиләләрҙең береһе Лутов­тарҙа хатта ике трактор. Әлбиттә, ун бала – биш ул һәм биш ҡыҙ үҫтергән ғаилә өсөн был ғәҙәти күренеш.


Зилә Шиһап ҡыҙы сығышы менән Рысай ауылынан, ғаиләлә туғыҙ бала үҫә. Урта белем алғас, 1984 йылда ки­тапхана техникумын тамамлай һәм Зәйнәкәйгә эшкә йүнәлтелә. Совхозда тракторсы булып эшләп йөрөгән Рәил Әхсән улы бер күреүҙә оҡшата һылыу ҡыҙҙы. Баһадир кәүҙәле, тыйнаҡ егет тә ҡыҙҙың күңеленә ята. Бер аҙ дуҫ­ла­шып йөрөгәс, йәштәр өйләнешә. Дүрт балалы ғаиләлә кинйә малай бул­ғас, ата-әсә йортонда төпләнә улар.


– Ҡайны-ҡәйнә йортонда 19 йыл бергә йәшәнек. Ҡайным иртәрәк китеп барҙы яҡты донъяларҙан, ҡәйнәм менән татыу булдыҡ, бер ҡасан да һүҙгә килешмәнек, беҙгә балаларҙы ҡарашты, төплө кәңәштәрен биреп, һәр саҡ ярҙам итте, – тип хәтирәләргә бирелә Зилә Шиһап ҡыҙы.


Бөгөн Лутовтарҙың алты балаһы үҙҙәре ғаилә ҡороп балалар үҫтерә. Дүрт ейәндәре, дүрт ейәнсәрҙәре бар, тиҙҙән тағы ла өс бәпәйгә артырға торалар.


– Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, бәлки, ауыл ерендә йәшәгәнгәлер, улар­ҙы аяҡҡа баҫтырыу еңелерәк булды. Бөтәһен дә эшкә өйрәтеп, тормошта юғалып ҡалмаҫлыҡ итеп тәр­биә­ләргә тырыштыҡ. Юҡсыллыҡ мә­лендә ҡайһы берҙәре емеш-еләк йыйып һатып, үҙҙәренә мәктәпкә кәрәк-яраҡ алыр өсөн аҡса ла эшләп ала торғайны. Иремә рәхмәт, бер ҡа­сан да эсеп, тәмәке тартып йәмһеҙләнеп йө­рөмәне, балаларға тауыш та күтәр­мәне, шуғамылыр ғаиләбеҙҙә атай абру­йы көслө. Аллаға шөкөр, быға тик­лем балаларыбыҙ йөҙөбөҙгә ҡы­ҙыллыҡ килтермәне. Һәр ҡайһыһы маҡсат ҡуйып, шуға ынтыла, тырыша, – тип ҡыуанысын йәшермәй “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ Зилә Лутова.


2003 йылда ғаилә ҙур, күркәм йорт һалып сыға. Бөгөн Зилә Шиһап ҡыҙы – ауыл Советында эштәргә идара итеүсе, ә Рәил Лут улы водитель булып хеҙмәт итә.


Аҙбар тулы мал, ҡош-ҡорт, баҡса ту­лы йәшелсә, еләк-емеш үҫтереп, етеш йәшәй ғаилә. Ял көндәрендә, бе­сән мәлендә барыһы ла атай йортонда йыйыла – Рәил Әҡсән улы егеттәр менән бергә бесән әҙерләй, ҡыҙҙар баҡсала, йорт эшендә әсәлә­ренә ярҙам итә. Ейән-ейәнсәрҙәрҙең тауышынан Лутовтарҙың йорто шат ауаздарға күмелә.
Биләмә киңәйә


Әйткәндәй, башҡа төбәктәрҙә ауылдар бөткәндә, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол, киреһенсә, биләмәһен киңәйтә. Урын­дағы йәштәр ситкә китмәй, тыу­ған ауы­лында төпләнеп донъя көтә. Улар­ҙың күбеһе исеме есеменә тап килгән Йәштәр урамында өй һалып ингән. Һуңғы 20 йылда ғына ауылда 40-тан ашыу йорт ҡалҡып сыҡҡан һәм уларҙың һаны артҡандан-арта ғына. Сабыйҙар ҙа тыуып тора. Балалар баҡсаһына бөгөн 20 бала йөрөй.


Биләмәлә йәшәүсе 13 ҡатын-ҡыҙ­ҙың “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләк­ләнеүе лә күп нәмә тураһында һөйләй. Ноябрь айында биш бала үҫтергән Миңнизар Ниғмәтуллина менән алты бала әсәһе Дамира Ға­фа­нова ла ошо наградаға лайыҡ була.


Дамира Морат ҡыҙы Зәйнәкәй ауылында биш балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Каникул ваҡыттарында күрше Сораман ауылына өләсәйҙәренә ҡунаҡҡа барған ваҡытында таныша буласаҡ тормош иптәше менән. 14 йәшендә генә етем ҡалып, әсәһенең бер туған апаһында тәрбиәләнгән Илдар менән бала саҡтан дуҫлашып, йәшләй өйләнешәләр. Күп тә үтмәй, Илдар Рәшит улын әрмегә саҡырталар, Дамира Учалыла тегеү фабрикаһына эшкә урынлаша. Һөйгәнен әрменән көтөп алғас, йорт һатып алып, Зәйнәкәйҙә төпләнәләр. Беренсе сабыйҙары өйләнешкәндән һуң биш йыл йәшәгәс кенә донъяға килә Ғафановтарҙың. Бөгөн ғаиләлә дүрт ҡыҙ, ике малай ҡанат нығыта.


– Һәр сабыйыбыҙҙы теләп, көтөп алдыҡ. Иң өлкәненә әле 12 йәш. Бер-береһен ҡарашып, бер-береһенә терәк булып үҫәләр. Хөкүмәт тә ярҙамынан айырмай. 2 миллион 100 һум субсидия аҡсаһына төкәтмә эшләтеп, йортобоҙҙоң майҙанын ҙурайттыҡ. Хәҙер өйөбөҙҙә рәхәтләнеп йәшәр өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Район хакимиәте бүләк иткән һыйырыбыҙҙың да файҙаһын күрәбеҙ – балаларыбыҙҙы аҡтан айырмайбыҙ. Ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп, мул йәшәргә тырышабыҙ, – ти бәхетле ҡатын.


Киләсәкте хәстәрләп


Балаларҙы кеше итеп тәрбиәләүҙә, атай-әсәйҙән тыш, уҡытыусы ла ҙур роль уйнай. Зәйнәкәй остаздары быны яҡшы аңлай һәм ауылдың киләсәген лайыҡлы шәхестәр итеп тәрбиәләүгә, уларға төплө белем биреүгә үҙ өлөшөн дә индерә.

Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол мәктәбе 1978 йылда төҙөлһә лә, даими рәүештә ремонт үткәрелеп торғас, бина бик яҡшы һаҡланған.


Йыл башында район хакимиәте хәстәрлеге менән мәктәптең ҡыйығы ябылып, тәҙрәләр заманса “евро”ларға алмаштырылғас, белем усағы бөтөнләй яңы төҫ ала. Бөгөн мәктәптә 79 бала уҡый, 13 уҡытыусы белем бирә. Биш уҡытыусы ошо мәктәпте тамамлап, педагог һөнәрен үҙ итеп, туған мәктәбенә эшкә килгән. Улар араһында йәш шағирә Светлана Вәхитова ла бар.


Уҡыусылар муниципаль, төбәк-ара конкурстарҙа, ғилми-ғәмәли конфе­рен­цияларҙа, спорт ярыштарында, олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Йыл аҙағында иң яҡшы һөҙөмтәләр буйынса “Йыл уҡыусыһы” билдәләнә. Мәҫәлән, былтыр был исемгә Сөмбөл Йосопова лайыҡ булған. Ул “Аманат” журналы ойошторған конкурстарҙа, шиғыр ятлау буйынса муниципаль бәйгеләрҙә, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү­селәр муниципаль конкурсында еңеү­се булған. Уңған ҡыҙ бейеү түңәрәгенә лә йөрөй, мандолинала, ҡумыҙҙа уйнай, йырлай, шиғырҙар ижад итә, мәҡәләләре “Йәншишмә” гәзитендә, “Аманат” журналында донъя күрә икән. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы Әлфиә Вәлиева “Минең баш­лан­ғыстарым” проектын тор­мошҡа ашыра. Уның уҡыусыларының ижад емештәре “Яҡты эҙҙәр”, “Татыу ғаилә”, “Умырзая” тигән китаптарҙа баҫылып сығыуы проекттың һөҙөмтәһе булып тора.


Мәктәптә шахмат, информатика, математика, «Оҫта ҡулдар», театр һәм башҡа түңәрәктәр эшләй. Уҡыуҙа ғына түгел, спортта ла һынатмай уҡыу­сылар. Яңы асылған хоккей май­ҙансығы иһә балаларҙың һаулығына ыңғай йоғонто яһаған. Спорт төрҙәренең береһе – уҡтан атыуҙы ла үҙ иткән зәйнәкәйҙәр. Өлкәне лә, кесеһе лә, хатта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа башҡорттарҙың боронғо милли ҡоралы — уҡ-йәйә тотоп, мәргәнлектә ярыша. Ике йыл эсендә ауылдың уҡсылар хәрәкәте, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, еңеүҙәр яулап өлгөргән.


Тарих һаҡлаусы усаҡ


Әйткәндәй, мәктәп балалары тарих менән дә ҡыҙыҡһына. Ошо ауылда тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройы Александр Серебрянников тураһында иҫтәлектәрҙе мәңгеләштереү йәһә­тенән күп эшләнә. Балалар ойошмаһы Герой исемен ғорур йөрөтә. Уның улы Георгий Александрович – Зәйнәкәйҙә йыш ҡунаҡ. Ауылда яңы ғына асылған стела янына килеп, атаһын иҫкә ала, хәтирәләре менән уртаҡлаша ул. Георгий Александрович атаһының ҡәҙерләп һаҡлаған әйберҙәрен ауылдағы Тирә-яҡты өйрәнеү музейына тапшыра килә, сөнки яҡташ-батырҙарын бында мәңге онотмаясаҡтар икәнен яҡшы аңлай.


Ауылдың ғорурлығы – Советтар Союзы Геройы тураһында музейҙа бик күп мәғлүмәт йыйылған. Хатта уның ерләнгән урыны — Курск өлкәһенең Ольховатка ауылы янындағы туғандар ҡәберлегенән алынған тупраҡ та һаҡлана. Бер төркөм уҡыу алдынғылары, тарих уҡытыусыһы Вил Лутов, ҡасандыр ошо мәктәптә белем алған, Башҡортостан Диңгеҙ Йыйылышы етәксеһе Юлай Моратов, Геннадий Александрович атаһы Александр Серебрянниковтың ғүмере өҙөлгән ергә, Курск дуғаһына, сәйәхәткә барып ҡайталар.


Тарих менән бөгөнгөнө бәйләгән был үҙенсәлекле усаҡты, Зәйнәкәйгә килен булып төшөп, хәҙер ярты быуатҡа яҡын ошонда көн итеүсе Гөлсира Исламова ойоштора. Урын­дағы халыҡтың йәшәйешен сағыл­дырған ҡомартҡыларҙы бөртөкләп йыйып, киләһе быуындарға мираҫ итеп тапшыра ул. Музей бәләкәй генә бүлмәлә урынлашыуына ҡарамаҫтан, бай тарих һаҡлай.


Ауыл матур уңған ғаиләләр менән


Гөлсирә Муса ҡыҙының улы Айҙар Мөхтәр улы менән килене Гөлнара Айрат ҡыҙы ла мәктәптә эшләй. Айҙар Исламов, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлап, туған мәктәбенә ҡайта. Гөлнара Исламова – башлан­ғыс кластар уҡытыусыһы, тамырҙары менән Ейәнсура районынан. Ғаилә ике ул үҫтергән, ололары хәҙер үҙе башлы-күҙле булған. Әйткәндәй, ике­һе лә – тәүге һөнәрҙәре буйынса музыканттар.


Айҙар Мөхтәр улы, баяндан тыш, синтезаторҙа, ҡурайҙа, гитарала уйнай, балалар өсөн йырҙар ижад итә, үҙе лә бик матур йырлай. Гөлнара ханым – һүҙ оҫтаһы. Ауылда уҙға­рыл­ған бер генә мәҙәни сара ла Исла­мовтарһыҙ үтмәй, йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәй улар, Учалыла “Мәргән уҡсы” хәрәкәтенең иң әүҙем ағзалары ла. Егет кешегә етмеш төр­лө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, Айҙар Мөхтәр улы алтын ҡуллы оҫта ла, шуға күрә мәктәптә һынлы сәнғәт һәм хеҙмәт дәрестәренән уҡытыуҙы ла ышанып тапшырғандар юғары категориялы уҡытыусыға. Ҙур, күркәм йорттарын да үҙ ҡулдары менән төҙөгән улар. Күпселек ауылдаштары кеүек, Исламовтар ҙа мал, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп, гөрләтеп донъя көтә.


Әйткәндәй, “Алтын бишек” конкурсында еңеп сығып лайыҡ булған мини-трактор әле Исламовтарҙың ихатаһында ултыра. Яҙ етеү менән “тимер ат” бар көскә егеләсәк – ауылды таҙартыу буйынса өмәләрҙә сүп-сар түгеү, баҡсаларҙа ер һөрөү өсөн бик ҡулай буласаҡ тип шатлана зәйнәкәйҙәр. Тракторҙы йөрөтөргә танытма ла кәрәкмәй икән, хеҙмәт дәрестәрендә Айҙар Мөхтәр улы малайҙарҙы техникаға идара итергә өйрәтергә лә йыйына.


Ауылға иман ҡайта


Ауылдың иң күркәм урынында – тау итәгендә, тирә-яҡты тағы ла йәм­ләндереп Иман йорто балҡып ултыра. Мәсет Хәкимйән мулла исемен йөрөтә. Заманында Троицкиҙа уҡып ҡайт­ҡан Хәкимйән хәҙрәтте Зәйнә­кәйҙә имам итеп ҡуйғандар. 2010 йылда уны Хәкимйән мулланың ейәне Юлай Моратов олатаһы иҫтәлеге итеп төҙөтә. Мәсеттең бинаһы һәм хатта манараһы ла ағастан эшләнгән. Тышында “Ауылыбыҙға иман ҡайт­һын” тип яҙылған һүҙҙәрҙе, һис шикһеҙ, урындағы халыҡ аҡлай — мәсет төҙөлгәндән бирле бынан кеше өҙөлмәй. Зәйнәкәйҙәр, үҙ өлгөһөндә иманлы балалар үҫтереп, тырышып, алға ынтыла.


Читайте нас