Йәмғиәт
13 Января 2020, 19:50

Ишле ғаиләнең бәхете ишле

“Эх, таба башлаһам, балаларымды унау итәсәкмен”, тип теләй торғайным...

Эльвира менән Ишкилде Фәхрийәновтар ғаиләһе былтыр декабрҙә 11-се тапҡыр шатлыҡ кисерҙе: алты ҡыҙы һәм дүрт улы янына улар тағы бер бәпес алып ҡайтты.
Сабыйҙың яҡты донъяға килеүе - һәр саҡ көтөп алынған һөйөнөслө ваҡиға, шуның менән бергә бәләкәс кенә йән эйәһенең мәшәҡәттәре лә етерлек, бигерәк тә ғаилә ишле булғанда.
Иң өлкән ҡыҙҙары Айзилә – студент, уға 18 йәш, Дилә 9-сы, Әлиә 6-сы, Ишморат – 4-се, Азалия 1-се класта уҡый, дүртәр йәшлек игеҙәктәр Илзидә менән Гөлзидә балалар баҡсаһына йөрөй, өйҙә - өс йәшлек Инсаф, ике йәшлек Нурислам һәм дүрт айлыҡ Динислам.
Фәхрийәновтар ғаиләһендә һәр йәһәттән ныҡлы тәртип булдырылған, ҡулдарынан эш килерҙәй балаларҙың һәр береһенә тәғәйен бурыс йөкмәтелгән. Ҙурыраҡтары ҡул араһына инеп, үҙҙәре ата-әсәһенә ярҙамлаша: бәләкәс туғандарын тәрбиәләшә, өй эштәрендә булаша, мал ҡараша. Күмәк үҫкән ғаиләләрҙә күҙәтелгәнсә, балалар үҙ-ара дуҫ, татыу, ярҙамсыл, һәр эшкә яуаплы ҡарап өйрәнә. Ваҡ-төйәк өсөн тартҡылашып алыу ғына була инде, сөнки 11 баланың һәр береһенә лә кәрәкле әйберҙе алып еткереү мөмкин түгел. Шулай ҙа юҡтан һалдырып зарланмай бер ҙә йәштәр, ғаилә башлығы тырыш, эшлекле, ул балалары етеш йәшәһен һәм бәхетле булһын өсөн бар көсөн һала. Эльвира ла бик бөтмөр, иренең бар эштәрендә терәк, өйҙә йәм булдырып, балаларына матур өлгө күрһәтеп йәшәй белә. Яңыраҡ өйҙәренә төкәтмә төҙөп, торлаҡтарын ҙурайтҡандар, хәҙер һәр береһенең үҙ мөйөшө бар тип әйтергә була. Күп итеп мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, бал ҡорто ла тоталар. Күп балалылар өсөн булдырылған льготалар ҙа ныҡ ярҙам итә ғаиләгә.
Иң өлкән ҡыҙҙары әле Белореттағы медицина колледжында уҡып йөрөй, аҡ халат кейеп, сирлеләрҙе дауалау – ҡыҙҙың бәләкәй саҡтан килгән хыялы. Тик бюджет урындары етмәү сәбәпле, ишле ғаиләгә уны түләп уҡытырға тура килә. Балаларҙың мәктәптә уҡығандары һүрәт төшөрөү менән ҡыҙыҡһына, спорт ярыштарында, концерт ҡуйғанда әүҙем ҡатнашалар. Ғөмүмән, бала саҡтары һәр бәхетле ғаиләләге кеүек мауыҡтырғыс һәм йәнле үтә.
“Өйләнешкәс, биш йыл буйы балабыҙ булмай торҙо. “Эх, таба башлаһам, балаларымды унау итәсәкмен”, тип теләй торғайным. Фәрештәләрҙең амин тигән сағына тура килгәндер инде: хәҙер 11 балаға әсәймен. Һәр береһен теләп, шатланып көтөп алдыҡ”, – ти Эльвира.
Бына шундай ҙур, татыу ғаилә йәшәй Бөрйән районының төпкөл Брәтәк ауылында. Балалы йорт – ҡотло йорт. Шул ҡотто һүндермәй, иҫән-һау бәләкәстәрен аяҡҡа баҫтырып, матур тормош юлына сығарһындар, һәр яҡтан өлгөлө, лайыҡлы кешеләр итеп үҫтерһендәр тигән теләктә ҡалабыҙ.
Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас