– Ҡуй инде, ҡуй, ирем үлеп ҡалды бит, – тип күҙ йәштәрен һөртөп ала тәүгеһе. Ҡырҡ йыл бергә йәшәгәйнек. Эсеп тәҡәтемде ҡоротҡан ваҡытта, исмаһам, дөмөкмәй ҙә бит әле, тиһәм дә, бабайһыҙ ҡыйын икән. Ҡола яландай өйҙә бер үҙем торҙом да ҡалдым. Шылт иткән тауыш та юҡ. Нисек йәшәрмен инде! Хыялыйға әйләнмәһәм ярай ҙа ул. Ә үҙеңдең хәлдәр нисек?