Йәмғиәт
14 Ғинуар 2020, 18:45

"Әсәйемдән дүрт йыл хәбәр юҡ..."

Юғалған ҡатындың туғандары уның алдаҡсылар ҡорбаны булыу ихтималлығын күҙаллап ҡайғыра, сөнки 2019 йылдың йәйендә ҡатын исеменә автомобиль өсөн штраф ҡағыҙы килә...

Башҡортостанда дүрт йыл элек юғалған 55 йәшлек Наилә Фәйзулованы эҙләйҙәр. Әсәһенең серле рәүештә юғалыуы тураһында Горобзор.ру-ға уның 31 йәшлек ҡыҙы һөйләгән: “Әсәйем 2004 йылда Черемшан районынан Туймазыға эшкә сығып китә. Шунда эш табып төпләнә, тик паспортын юғалтып, кире Татарстанға ҡайта. Документын тергеҙгәс, тағы Туймазыға китә. Бер аҙ ваҡыттан һуң шылтыратып, тиҙҙән ҡайтасағын хәбәр итте, ләкин ҡайтыу түгел, бүтән бәйләнешкә лә инмәне. Уның һуңғы шылтыратҡан номеры хәҙер ғәмәлдә түгел. Черемшан районы полицияһына әсәйемдең юғалыуы тураһында ғариза яҙып һалғанбыҙ, әммә әлегәсә һөҙөмтә юҡ”.
Юғалған ҡатындың туғандары уның алдаҡсылар ҡорбаны булыу ихтималлығын күҙаллап ҡайғыра, сөнки 2019 йылдың йәйендә ҡатын исеменә Башҡортостандан автомобиль өсөн штраф ҡағыҙы килә. “Ул кешегә тиҙ ышана, бигерәк изге күңелле, шунан файҙаланып, уның исеменә машина алыуҙары ла мөмкин”, – тип фаразлай ҡыҙы.
Әгәр ҙә был ҡатын тураһында белеүселәр, күреүселәр булһа, 89027111235 һандарына шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото: Горобзор.ру
Читайте нас