Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ғинуар 2020, 13:12

Әйтелгән һәм әйтелмәгәндәрҙән

Ысын уҡытыусы – ғүмерлеккә уҡытыусы ул: туған мәктәбемдә сираттағы булғанымда быға уғата ныҡлап ышандым.

Мәңгелек уҡытыусы, ғүмерлек уҡыусы


Ысын уҡытыусы – ғүмерлеккә уҡытыусы ул: туған мәктәбемдә сираттағы булғанымда быға уғата ныҡлап ышандым.


Балалар алдында сығышымды республика телевидениеһы төшөрәсәк тапшырыу менән берләштерергә килешелгәйне, сөнки, ҡайҙа ғына булһам да, айырыуса тыуған төйәгемдә, бигерәк тә йәш быуын ҡатнашлығындағы сараларҙа, тамсылай булһа ла файҙам тейһен, тигән теләк ята күңелемдә.



Осрашыуға заманында рус теле һәм әҙәбиәте дәресен алып барған Ривал ағай Баймырҙин да килде. Бик йылы күрештек. Дәрестәрендә, дөрөҫөн әйткәндә, йомшартып белдергәндә әле, тәртипкә тулы күнмәгән, ирек һөйөүсән үҫмер булған үҙемдең дә һис шаярмағанымды хәтеренә төшөрҙөм.
– Шулаймы ни? – Ағай йылмая бирҙе.
Ошонан белемде шул иҫәптән ҡорос тәртип аша ла һеңдереп була, тигән һығымта ярала. Үрнәкте университеттан, академиянан да килтерә алам – ҡаты холоҡло профессорҙарҙың лекциялары һаман башта ғына түгел, конспекттар рәүешендә күҙ алдында ла тора. Унда инде хикәйә яҙып ултыра алманым. Шул иҫәптән, тинем, сөнки тәү урынға гел ижадилыҡты ҡуйҙым һәм әле лә ҡуям, әммә ижадилыҡ та ҡаты талапһыҙ әллә ни емеш бирмәй.
Йәнә лә хөрмәт ике яҡлы булһа ғына ысын. Йәғни, уҡытыусыңдың да ихтирам менән ҡарауы, уңыштарың өсөн ҡыуаныуы, күҙәтә йәшәүе мөһим. Ундай хәл йыш булмай, әммә исемлеккә минең тарафтан күп тапҡырҙар инде телгә алынған Марат ағай Муллағолов менән Ривал ағай Баймырҙинды индерергә баҙнат итәм. Тик бының өсөн педагогың алдында йөҙөң яҡты булырға тейеш. Йүнләп уҡымай, аҙаҡ аҡылға килепме, тормоштоң таҡыр юлдарына тура килепме, бынамын тигән донъя ҡороуҙар, байып китеүҙәр бар, мөнәсәбәтте ыңғайлатып та ебәрәлер был, инҡар итмәйем, әммә минең осраҡта ныҡ бәләкәстән телде, әҙәбиәтте һөйөүем, тарихты, йәмғиәт белемен үҙ итеүем тыуҙырҙы лайыҡлы ҡарашты, тигән уйҙамын.

Үҙемде маҡтап ултырыу уңайһыҙ, шулай ҙа әлеге фекерҙе миҫаллата раҫларға Ривал ағайҙың уҡыусылар алдында әйткәнен дә килтерәйем.
Шиғырҙарҙы иң тәүҙә ул ятлай торғайны. Диктант тураһында һүҙ ҙә юҡ, – тине. – Ә инша менән изложениеларҙа тулыһынса ижади юҫыҡта эшләне. “Биш” ҡуйып барманым, иң ҙур баһам “дүрт” булды, шулай ҙа Рәсүлгә арттырмай булдыра алманым.
Быны ишетеү, етмәһә, сәхнәлә йәнәш торғанда, ҡолаҡты ҡыҙартты, гүйә, ағай яманлап һөйләй, әммә дөрөҫө шул ине. Иң ауыры яҙма эште бөтөргәс, буш ултырыу булды. Сығырға ирек бирәләр, ҡайһы саҡ хатта ҡушалар, әммә ҡайҙа ғына бараһың инде. Йә компьютер заманы түгел.
Ә балаларға былай тинем:
– Теүәл фәндәрҙән әллә ни түгел инем, ә гуманитарҙарында ҡолас ташлап йөҙҙөм – һыуҙағы балыҡ булдым. Шиғырҙы көнөндә үк ятлайым да киләһе дәресте, таҡта янында сы­ғышымды ашҡынып көтәм. Диктанттар, иншалар, изложениелар минең өсөн үҙе бер тантана ине! Башҡорт дәүләт универ­си­тетындағы дик­танттарға әле булһа йө­рөйөм – башҡортсаһына ла, руссаһына ла, сөнки был – яҡшы әҙәбиәт һәм уның хә­реф­тәр ярҙамында дөрөҫ бирелеше байрамы.
– Рәсүл – элекке уҡыусым, тиелде бөгөн, ләкин улай түгел, – тип һағайтты артабан Ривал Рәхмәт улы.
Һәм шунда уҡ:
– Ул – әле лә минең уҡыусым! – тип йомшартты.
Баяғы ҡатылыҡ тураһында балаларға ла һөйләнем. Дәрестәрҙә рөхсәтһеҙ тын да алмағаныбыҙға өҫтәп, бер тарихты тасуирланым.
– Ағай беҙҙе, малайҙарҙы, мәктәптән тыш та йоҙроҡта тотто, – тинем. – Кис урам тапамайбыҙмы икән – быны тикшереүҙе лә бурысы күрҙе. Бер мәл беҙҙең өйгә килеп инде. Ә мин Марк Твендың “Том Сойер менән Гекльберри Финн мажаралары”н уҡып ятам. Балалар өсөн донъя әҙәбиәтенең иң яҡшы өлгөләрен шулай руссаға тәржемәләп баҫтыра торғайнылар. Ишек төбөнә ашыҡтым, ҡунаҡты түргә саҡырҙым. Ә ул туп-тура өҫтәл янына атланы, китапҡа үрелде.
Бар әйткәне:
– Һы... – булды.
Зал, ә унда уҡытыусылар ҙа ултыра, ихлас көлөштө.
– Шул “һы...” тигәнен бөгөн килеп бик яҡшы баһа тип аңлайым, – тип өҫтәнем. – Бик ҡупайтып барманы. Ысын ирҙәрсә холоҡ ошолай булалыр ҙа.
Ағайға автографлап “Словом красен человек” тигән китабымды тапшырҙым. Һүҙҙе данлаған баҫма ул. “Китап” нәшриәтенә рәхмәт – бик матур итеп 2017 йылда баҫтырҙы. Уҡытыусыма ла әйттем рәхмәтте – шул иҫәптән уның хеҙмәте арҡаһында бала сағымдан русса ла уйлағанымды, ижад иткәнемде, тәржемәсенең әлегә кәрәкмә­гәнен хәбәр ҡылдым.
Иң ҡыҙыҡлы һорауҙар авторҙарын сәхнәгә саҡырып, йыйынтыҡтарымды бүләк иттем.
Ары замандың мотлаҡ ҡаралған күренеше – фотоға төшөү башланды. Уң яҡ ситтәмен, ағай – янымда.
– Әйҙә, был яҡлап баҫығыҙ, – тип тәҡдим итте уҡытыусыларҙың береһе уға.
Ризалашманы:
– Юҡ, үҙемдең уҡыусым эргәһендә торам. Ә һеҙ, ана – үҙегеҙҙекеләр янында.
Ошоноң менән ғорурлығын да, әле булһа тойған яуаплылығын да кәүҙәләндерҙе булыр.
Ике йөҙлөмөн


Тапшырыу әҙерләгәндә ат ҡатнашлығындағы күренеште лә төшөрөргә тәҡдим ҡылдым, сөнки заманында, мөмкинлек тыуған һайын, уға һикереп менә инем, ә юбилей айҡанлы башҡарылғас, үткәнде лә байҡамай булмай. Тәүҙә үҫмер генә мәлемдә, икенсегә ун етем тулған йылды тайҙар өйрәтеп алғайным.


Ә малҡай Илгиз дуҫта бар. Һәм ниндәйе бит әле – Аҡбуҙат! Ижади йән ни, тап шулай тип ҡушҡан да бейәһенә.
Төҫөнә ҡарап ҡына башҡармаған булып сыҡты:
– Ҡанатлы, – тине, күҙ ҙә йоммай, – ҡабырғаһында шуның һымаҡ нәмәләре бар.
Телекамера ҡарап торғанда ат егеү ифрат ҡатмарлы: оператор үҙенекен ҡайыра —туҡтап тор, ҡабатла, ҡаплама, был яҡҡа әй­лән һәм башҡалар (һәйбәт белгес шулайта). Бының менән бик оҙон дәүер шөғөлләнмәү ҙә үҙенекен ҡыла – хәрәкәттәреңде, автомобилдәге ише, күҙ йомоп атҡармайһың. Мәҫәлән, ҡамыт мөйәттәре бауы бер уратып тартыуҙа ғына шыҡ яҡынайманы. Аяҡ терәп көсәнеү ҙә ярҙам итмәне.
Икенсе дуҫ Зөфәрҙе йылҡыға яҡын да күргәнем юҡ. Колхозда машинала йөрөнө, хәҙер йорто яны автомобилдәр менән тулған. Шулай ҙа крәҫтиәнлектән бөтөнләй үк ситләшмәгән икән:
– Тағы бер урат, – тине белдекле ҡиәфәттә.
Уныһы үҙемә лә мәғлүм ине былай, әйткәс иҫкә төштө.
Ат менән хеҙмәт ҡылырға насип булды миңә заманында. Колхоз осоронда өлкән класс уҡыусылары ҡышҡы һәм йәйге каникулда малсылыҡта эшләп алыр булды – егеттәр аҙыҡ ташыны, ҡыҙҙар һыйыр һауҙы. Быны тел шартлатырлыҡ шәп тәжрибә тип ба­һа­лайым – тәрбиә лә бирелде, сағыш­тырмаса мул ғына түләүе лә файҙа – бәлиғ булмағандарға һалым ҡаралмағайны. Шул аҡсаға Иҙел үрендәге Ҡурғашлы магазинында һәйбәт костюм алғаным иҫтә. Ҡараңғы-күк мәктәп формаһы ялҡытып киткәйне. Уҡытыусыларыма бөгөн дә рәхмәтлемен – форманан ситләшкән өсөн ҡаршылыҡ белдерелмәне.
Ҡамыт тигәндән. Урынлаштыра башла­ғайным, Аҡбуҙат, һай, рәхмәт, аҙаҡ был экранда оятҡа ҡалмаһын типтер, башын үҙе үк һондо! Гүйә, быймаға аяҡ тығылды. Уныһын баштүбән кейҙереп, аҙаҡ әйләндерергә кәрәклеге онотолмаған.
Ғәҙәттә, етди кешегә сығарһалар ҙа, ысынында ике йөҙлөмөн мин, иптәштәр. Икенсе йөҙөм – шаяртыуҙарым, бәлки, оҫталыҡ етешмәйҙер, күренмәйерәк кенә ҡала.
Әле, ышлыяны ипләгәндә:
– Өйрәткән аттарым ҡойроғон үҙҙәре күтәрә ине, – тинем.
Ошо юҫыҡтағы һүҙ санаға тейәлешеп сығып киткәс тә дауам ителде:
– Автоматик ҡумталы булдылар – ҡыуыу ҙа кәрәкмәне. “Һоп!” тиһәм, юртып алып ки­тә­ләр ине, “һоп-һоп!” тиһәм, сабыуға күстеләр.
Дөп-дөрөҫтө әйттем, сөнки меңгегә өйрәткәндә ҡапыл әлегесә ауаз сығарам да ҡабырғаһына эләктерәм. Ҡабатлайым да ҡабатлайым. Аҙаҡ тибеү ҙә кәрәкмәне. Һуңыраҡ “һоп-һоп!”ҡа күндерҙем. Автомобилдең тапшырыуҙары автоматик күскән кеүек була инде.
Ә Аҡбуҙаттың ысынлап ҡанатлы икәненә шунда уҡ ышандыҡ – Бөрйән кешеләребеҙ бит, Йылҡысыҡҡан күлен мең күргәнбеҙ, шунан пәйҙә ҡылынғаны күҙ алдында асыҡ баҫты.
– Их... – тип ҡуйҙы Зөфәр, – ҡаҙ ҡанаты булһа ла алманыҡ әле бая. Ике яҡҡа икәүҙе.
– Эйе шул, – Илгиз менән мин килештек. – Берәй нисек нығытып телевизорға төшөрөр инек.
Ләкин һуң. Оҙаҡ үкенмәнек тә – тимәк, шулай яҙған.
Аҡбуҙат тауға табан да елә генә! Тимерле сана табаны яңы ғына КамАЗ һипкән ҡырсын өҫтөндә шығырлығы сыға, ныҡ тотҡарлана, әммә йәнтәслимгә ынтылыуын белә. Камера эшләгәнен, Өфө ҡунаҡтары тейәлгәнен дә аңлай – хужаһының йөҙөн ҡыҙартҡыһы килмәй.
Шулай ҙа, камера һүнеү менән, машинаға ултырҙыҡ – ул хәтлем үк яман заттар түгелбеҙ. Менеп еткәс, йәнә санаға күстек —оператор хәҙер инде алдан төшөрә.
Мәҙәк тип – мәкегә


Усаҡһыҙ ниндәй һунар булһын инде! Хатта телеһунарҙа ла шулай. Санаға бер ултырып, бер төшөп, тауға менеп еттек тә ҡырҡа һулға боролоп туҡтаныҡ. Артабан саңғыға баҫырға тура килә, сөнки Аҡбуҙаттың ҡанаттары ҡыш бик сыҡмай булып сыҡты, гүйә, ағастың көҙ ҡойолоп, яҙ яралған япраҡтары. Етмәһә, әйтелгәнсә, ҡаҙҙыҡын булһа ла алырға онотҡанбыҙ. Осор, мотлаҡ осор ине, әмәле генә юҡ!


Саңғы тотоп, камераға былай тиергә уй ҡорғайным:
– Хәҙер быға бөтөнләй аяҡ терәмәгән тотош ҡыштар бар, ә бала саҡта һыңар көн дә үтмәне, тиһәм дә була. Тын, шул тынлығы менән серле, һине ҡосағында, ләкин үҙ-үҙең менән бергә иткән, фәлсәфәүи тәрәнлектәрҙе асҡан, күңелде бушатҡан да, тултырған да донъя ине ул ҡышҡы урман. Урман кешеһемен мин, урман...
Әйттем дә, ләкин өлөшләтә генә. Телевидениела һүҙ күп кәрәк түгел, төп көс кәр­тинкәгә төшә, шуға миңә, журналис­тикаға, гәзиттәр менән хеҙмәттәшлек итеү, аҙаҡ инде штатта ла тороу, армияла ла округ гәзитенә хәбәрҙәр яҙып ятҡан, үҙәккә һүҙҙе ҡуйған кешегә, телережиссерҙың үткер ҡайсыһынан ыҙа сигергә тура килә – яҙғаның йә телдән әҙерләгәнеңдең яртыһы ғына инһә лә – ҙур байрам. Күнмәй сара юҡ – һәр жанрҙың үҙ үлсәме.
Илгиз дуҫ юнған “Ҡыш” тип башҡортса яҙылған киң саңғыла, тәрән ҡарҙы йырып, алдан барам. Видеокамера объективы тоҫҡалғанға түгел, иң һәйбәт саңғы миндә – ҡунаҡҡа хөрмәт йөҙөнән дә, тапшырыуҙың төп геройы булғаным өсөн дә нәҡ миңә бирҙеләр. Һәйбәтерәктәре лә бар, әлбиттә – һатыуҙыҡылар, пластиктан эшләнгән, ялтырап торалар, ботинкаһын кей ҙә елдер, тик урыны был түгел – көрт тә тәрән, уҙышыу маҡсаты ла юҡ.
Төбәп сыҡҡан асыҡлыҡҡа еттек, тиергә тел әйләнмәй, сөнки, берҙән, арытҡайны – төшкәсә мәктәптә, минеңсә, бик яҡшы, файҙалы осрашыуҙар уҙғарҙыҡ, ваҡыт та самалы – ҡышҡы көндөң ҡойроғо ҡыҫҡа. Телевидение кәртинкәһе йәһәтенән дә, исемле урын (Ялтырғая) булыуы яҡлап та өҫтөн шул майҙан урынынан бирерәк туҡталдыҡ. Ун алты ғына йәшемдә колхоз малына аҙыҡ ташыған юлым, хәйер, бынан да асыҡ күренә.
– Ана тегендә силос соҡоро була торғайны. Көн дә балта менән тумырып, һәнәк менән һалып, тирләгән килеш һыуыҡта боҙ буйлап фермаға алып ҡайтаһың. Тейәй белергә лә кәрәк – ваҡ нәмә ҡойолорға ғына тора. Йәштән физик эш таһылына өйрәнеү, минеңсә, баш эшендә, ижади хеҙмәттә лә тәртипкә, сыҙамлыҡҡа, һөҙөмтә тип тырышыуға килтерә, – тинем.
Егеттәр ни аралалыр сыбыҡ йыйып, туҙ һыҙырып өлгөрҙө, арҡалар елдән ҡапланы, бер һыҙыуҙа шырпы тоҡанды­рылды, тәү төртөүҙән ялҡын яралды.
– Шырпыны ҡабына сыймай, сәс ара­һы­нанмы-ҡайҙан тоҡандыр инде, экранда мөғжизәле күренһен, – тигән тәҡдимем әллә ҡабул ител­мәне, әллә ҡапыл ыжғырған буран ситкә осорҙо. Шуның этлегелер барыбер ҙә – ишетмәгән­дәрҙер, юғиһә ижади кешеләр бит, мәҙәк тип мәкегә төшөргә лә ризалар.
Усаҡ тиҙ ҡыҙҙы. Эргәһендә сүгеп көләмәс һөйләйбеҙ, ҡыҙыҡ хәлдәрҙе иҫкә төшөрәбеҙ.
“Йәнлек, ҡош эҙҙәрен асыҡ таныусыларҙы бөйөк заттарға сығарам – урманды яратһам да, улар ише үк беләм, тип әйтә алмайым. Ә бына ҡуян тәпәйҙәрен йомоҡ күҙ менән дә айырам. Һуҡмаҡ һалып бөтөрә. Тоҙаҡ ҡороп тота торғайнылар – юлына, үҙенең буйы тәңгәлендә генә, нығытыла. Мин дә ҡора инем, ләкин тотҡан кешеләр араһында әле булһа юҡмын – әллә белмәнем, әллә теләмәнем. Шуның өсөн ғүмерем буйы ҡыуанам”, – тигән уй эсемдә, әммә ысынында һуңғы абзацты ғына белдерҙем.
Артабан һүҙ йәнә уйын-көлкөгә боролдо.
– Ут янына үҙҙәре яҡынламаҫмы икән – һыуыҡ бит, – тинем. Үҙ уйымдан үҙем «шөрләп» алан-йолан ҡарандым. – Ысынламаһындар әле, күмәкләшеп, бер унлағаны килеп баҫһа – алдың кәрәгеңде!..
Үҙем өмөт менән сағандан юнылған ҙур йәйәгә, һуйыр йөнөнән яһалған ҡанатлы уҡтарға ҡарайым.
– Мультфильмдағы анауы ҙур ажар ҡуян яңғыҙы ғына килеп сыҡһа ла – ай-һай...
Быны күҙ алдына килтереүҙән арҡалар семерҙәй. Бәлки, һыуыҡтандыр ҙа, әммә ғәмәлдә шул ҡуяндан “ҡурҡҡыбыҙ” килә.
Һунарға тип килгәс, атмай ҡайтыу оят. Йәйәне яман тартып ебәрҙем – төҙ осһон уғым, көслө осһон! Тик бына бәлә – көсөргәнештән ҡалтырапмы-ҡалтырай. Упайған камера ла тулҡынландыралыр.
– Тейһә – тейенгә, теймәһә – ... – тип хәл­де йомшарта төштөм дә ысҡындырҙым. Ситкә китте – ҡар өҫтөнән эҙ һалып, көрткә сумды.
– ... теймәһә – бәшмәккә, – тип тамамлап ҡуйҙым – сәп итеп ҙур ҡайын бәшмәген ҡуйғайныҡ.
Ләкин эфирҙа ҡаҙалған булып күренер, тип уйлайым – уныһын инде хужаһы Илгиз атты.
Быға бәйле ошолай тиергә уйлағайным:
– Ир-егет һәм ҡорал яҡынлығы тура­һында әйтелгәндәр ифрат ишле, улар сафында үҙем дә бармын. Һаҡта торғанда автоматты нисек ҡыҫҡанымды иҫләйем, тимер һалҡынлығының ҡулды ялҡынлы өткәне әле лә һиҙелә. Студент саҡта, офицер дәрәжәһе бирер алдынан, Ырымбурҙағы хәрби йыйында башҡа төрлө ҡорал менән дә эш ҡылырға насип итте.
Ғәмәлдә сама менән түбәндәгене генә белдерҙем:
– Уҡ атыу – бала саҡтан килгән уйын. Илгиз дуҫ, бына, карабин гильзаларын уҡ осона башаҡ итеп эшләгән. Быға ҙур хөрмәт менән ҡарайым, сөнки шартлап торған ижадилыҡ.
Артабан ҡая башында, күгәреп ятҡан тауҙарға ҡарап, бына ниндәй синхрон эшләргә ниәтләнгәйнем:
– Илһөйәрлек төшөнсәһе, китап һүҙҙәре тип ҡабул ҡылынмаһын, минең өсөн бөйөк. Һин һөйәһең дә, ул һине һөйәме, тип ауыҙ сите менән әйтеп ҡуйыуҙар осраһа ла, изгеләрҙән-изге. Халҡыбыҙҙың Тыуған илде данлаған йырҙары ла тиккә тыумаған. Кемдәрҙер диңгеҙ ярҙарында ятҡанда, мин күпселектә тауҙарға менәм, япа-яңғыҙым булһам да “Уралым”ды һуҙам. Егеттәр, әйҙәгеҙ, күмәкләп рухтарыбыҙҙы уғата күтәреп алайыҡ.
Был да әйтелмәй ҡалды.
Ә бына “Уралым”ды башҡарҙыҡ. Һыуыҡтан гармун күреге йыртылмаһын, телдәре һаҡау­ланмаһын әле, тип хәүефләнгәйнем, рәхмәт, өйҙәге һымаҡ уйнаны. Ғөмүмән, нимәгәлер, хатта кәрәкмәй тип һаналған нәмәләргә лә үҙемдән нисектер ижадилыҡ өҫтәү теләге гел баҙлап тора һәм ҡурайһыҙ, тап гармун менән генә, акустикаһыҙ урында йырлау, йәнә лә классик башҡарыу­ҙағынан әҙерәк һуҙыу шуға өҫтәмә раҫлама булды.

Читайте нас: