“Изгенең күңеле – көҙгө”.
Ошбу яҙмаларҙың башына сығарылған һүҙҙәргә ғәжәпләнмәгеҙ. Бөгөнгө осраҡта уларҙа кемгәлер ишаралаған кинәйә-маҙар юҡ. Шул уҡ ваҡытта бер генә ғәмәл дә тиктомалға ғына булмай һәм һүҙ аҙағында уларға үҙемсә аңлатма бирергә тырышырмын.
Тормош юлы – борма-борма...
“Ни хәл, энем? Был арала ниңәлер өндәшмәҫ булдың, ни эштәр ҡыйратыуың?” Тоноғораҡ яңғыраған был тауышта мин дежур сәләмләүҙе түгел, бәлки тиҫтәләрсә йылдар эсендә һыналған яҡынлыҡты ла, уны һис ҡасан да ҡалдырмай торған юморҙы ла, осрашып һөйләшеү теләген дә ишетәм, шикелле. Юҡһыныуымды үҙем дә йәшермәйем: аңлатып торорға ла кәрәкмәй, йылдар әҙәм балаһына көс-ҡеүәт өҫтәмәй, сир-сырхауҙар һөжүме, тормош яйһыҙлыҡтары көндән-көн көсәйә бара. Иллә-мәгәр ошоға тиклем уларҙың Әнәс Хөсәйен улы менән сәкәләшеүе әлеге ҡәһәрҙәргә бигүк уңыш килтермәгәйне. Әҙәм балаһына әсә вә ата ҡаны менән күскән холоҡ-фиғел, ғаиләлә бирелә килгән тәрбиә-ғәҙәттәр, тамырланған инаныуҙар һәр ҡайһыбыҙҙың өлөшөнә мул төшә килгән бәлә-ҡазанан өҫтөн ҡала.
Ҡулыма ҡәләм алып, алдыма ҡағыҙ һалғас, үҙем дә аңламаҫлыҡ тулҡынланыу кисерҙем. Мәсьәлә, бәлки, шундалыр, Әнәс ағай менән оҙаҡ йылдар аралаша торғас, беҙҙе йәш яғынан да, интеллектуаль кимәл йәһәтенән дә айырырға тейешле сиктәр юйылған һымаҡ тойола башланы. Һәр хәлдә, уның кеүек кешеләрҙе белеү форсатын биргән яҙмышҡа рәхмәтле булырға кәрәктер. Икенсе яҡтан, Әнәс Мәхмүтов – ифрат ҙур иҡтисадсы-ғалим, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһы ағзаһы. Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазандағы абруйлы иҡтисадсылар уның менән таныш булыуын яҙмыш бүләге тип ҡабул итә. Ҡаушабыраҡ ҡалыуың да ғәжәп түгел, ләкин, күрә-белә йөрөүемсә, ғалим үҙенең юғары дәрәжәһе менән һис ҡасан да маһайманы.
Һеҙҙең хәбәрсегеҙгә Мәхмүтовтың 1999 йылда нәшерләнгән “Нас вела судьба” тип аталған китабын әле ҡулъяҙмала уҡырға һәм уға бер ни ҡәҙәр оронорға ла насип иткәйне. Әйтһәң, һүҙ – ғалимды ауыр, шул уҡ ваҡытта көнләшерлек яҙмыш етәкләп барған икән. Өлкәндәр тураһында һүҙ сыҡһа, ғәҙәттә, уларҙың ыҙалы бала сағы, тиңһеҙ көрәштә уҙған ғүмере алға сыға. Тормошто хәсрәттәрһеҙ, күбәләктәй талпынып ҡына үткәргән берәйһен миңә күрһәтегеҙ әле. Һуғыш яфаларын, илдең ижтимағи-сәйәси ҡоролошондағы, иҡтисадтағы бихисап үҙгәрештәрҙе башынан үткәргәндәр һыҙланыуҙарын кешегә күрһәтеп бармай, уларҙың ҡотолғоһоҙ булыуына сабырлыҡ менән түҙә.
Кешенең тормош юлы шулай борма-борма була, уның бөгөлөштәренең ҡайҙан, ни сәбәптәр менән тамамланыуын, ниндәй маҡсаттарға төбәлеүен төпсөрләү ҙә файҙаһыҙ. Әйткәс әйтәйем, мин дә Әнәс Хөсәйен улының тәржемәи хәленән ҙур ғалим хасил булырын төҫмөрләткәндәй эҙҙәр юллағаным булды. Тәбиғи зыялылыҡ һәм белемгә һыуһындың ҡанмауы уға, бәлки, әсәһе Хәтирә Ғәйнетдин ҡыҙынан бирелгәндер. Ул мөғәллимә, ауылда башланғыс мәктәп мөдире булған. Хәтирә апайҙың үҙенә балаларҙы ғына түгел, өлкәнәйгән ауылдаштарын әлепте таяҡтан айырырға өйрәтеү бурысы төшкән. Бер мәл, Халыҡ комиссарҙары Советының “РСФСР халыҡтары араһында наҙанлыҡты бөтөрөү тураһында”ғы декретының 90 йыллығына бәйле мәҡәлә яҙғанда, Хәтирә Ғәйнетдин ҡыҙы менән уның меңдәрсә замандаштарының гражданлыҡ ҡаһарманлығы тураһында уйландым. Бөгөнгө йәштәр ауыл өсөн мөғәллимә, йәғни уҡытыусының, ниндәй шәхес булыуын күҙ алдына килтермәйҙер ҙә. Ул кәңәшсе лә, әхирәт тә, ҡурсалаусы ла, тормоштоң төрлө мәлдәрендә иң юғары хөкөмдар ҙа. Уинстон Черчилль, мөғәллимдәр премьер-министрҙар хыял да итә алмаҫлыҡ хакимлыҡҡа эйә, тигән, имеш. Мәшһүр инглиз, ай-һай, фәстергән, беҙгә Рәсәйҙә уҡытыусының мәртәбәһен ҡайтарғанда ла...
Шулай ҙа академиктың үҙенә әйләнеп ҡайтайыҡ. Мәхмүтовтарҙың генеалогияһынан йәнә бер шәхесте иҫкә төшөрәйек. Ул – Әнәс Хөсәйен улының олатаһының бер туған ағаһы Шәрәфетдин Йәләл улы Мәхмүтов. Өфө губернаһынан өсөнсө саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, мосолман фракцияһынан дәүләт керемдәре һәм сығымдарының үтәлешен күҙәтеү, халыҡ мәғарифы, бүтән мәсьәләләр буйынса комиссияла эшләгән кеше. Сағыштырырға тырышыу, бәлки, урынлы ла булмаҫ, иллә-мәгәр республикалағы иҡтисад фәненең аҡһаҡалы шөғөлләнгән мәсьәләләр менән ХХ быуат башында Дәүләт Думаһы депутаты Шәрәфетдин Мәхмүтов башҡарған эштәр араһы шулай уҡ алыҫмы һуң? Өсөнсө саҡырылыш депутаттарҙың эшмәкәрлеге тураһындағы документта шундай һүҙҙәр бар: “Думаның эшендә илдә дөйөм башланғыс белем биреүҙе индереү мәсьәләһендә Ғайса Йәнекәев менән Шәрәфетдин Мәхмүтов әүҙемлек күрһәтә”.
Алма ағасынан алыҫҡа өҙөлөп төшмәй, тимәксемен... Ә бына Әнәс Мәхмүтовтың хәрби юлдан китеүе лә ихтимал булған. Эш хатта шуға барған да. Урман үҫтереп йөрөһә лә ғәжәп тойолмаҫ ине, сөнки юғары белемде ул Башҡортостан ауыл хужалығы институтының урмансылыҡ факультетында алған. Мәхмүтовтар, билләһи, ауылда ла һыр бирмәҫ ине, хәләле Асия Миңнәхмәт ҡыҙы – белеме буйынса ветеринар. Ләкин, йырҙа йырланғанса, маңлайыңа яҙылған хаҡ яҙмышты һыпырып ташлап булмай ҡул менән. Бөгөн туҡһанын тултырған академикка комсомолда ҙур мәктәп үтергә лә, мәҙәниәт өлкәһендә лә хәтһеҙ тир түгергә тура килгән. Фәнгә юл, шулай, боролоп-боролоп килгән.
Ғалим Мәхмүтовтың үҫеү һәм өлгөрөү эволюцияһын күҙ алдынан үткәреүгә баҙнат итә алманым инде. Бәғзе ҡәләмдәштәрем, фән кешеһе тураһында бәйән итергә йыйынһа, йыш ҡына тапап таҡырланған һуҡмаҡҡа төшөп китә: диссертациялар, ташҡа баҫылған хеҙмәттәр, ғилми йыйындарҙа ҡатнашыуҙар һәм мотлаҡ шәрифле исемдәр һәм бүләктәр. Шулай ҙа, хаталанмаһам, ғалимдың үҙ йүнәлешендәге тырышлығы уның нисә том яҙыуы менән түгел, ә белемдәре һәм фекерҙәре дөйөм кешелек мәҙәниәте туҡымаһына инеп нығый алыуы менән ҡиммәттер.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарының башы. Тарихтың шул осор сәхифәләре әле булһа күҙ алдымда. Ғәҙәтләнгән тормошо пыран-заран килтерелгән ябай кеше генә түгел, хатта тәжрибә һәм белем менән ҡоралланғандар ҙа күпмелер ваҡытҡа албырғап, юғалып ҡалды.
Мәғлүмдер, Михаил Горбачев хакимлыҡҡа килгәс, аҡыл етмәҫтәй ғәмәлдәр башланды. Тәбиғи, йәмғиәттең тормошо фәлсәфәүи вә иҡтисади закондар менән көйләнә. Төпкөл асылында, улар сәйәси конъюнктура тутығы йоғонтоһона эләкмәҫкә тейеш. Ләкин, күпселек аналитиктар фекеренсә, 90-сы йылдар Рәсәйҙең ХХ быуаттағы тарихында Октябрь инҡилабынан һәм Бөйөк Ватан һуғышынан аҙаҡ иң сәйәсиләштерелгән, ни булырын төҫмөрләй алмаҫлыҡ осор тип баһалана. Яңғыҙлыҡта ҡалған Рәсәйҙең иҡтисады, быума сире тотҡан һымаҡ, тартыша башланы. Был тетрәнеүҙәр Башҡортостан иҡтисадына ла йоғонто яһамай ҡалманы, әлбиттә.
Ваҡыт, ысындан да, елә генә. Башҡортостан иҡтисадында тотош алғанда һәм уның айырым сегменттарында төрлө хәлдәр булғыланы, әммә ул үҙенең нигеҙендә тотороҡло икәнлеген күрһәтте.
Рухи ҡиммәттәрҙе мөлкәттән өҫтөн ҡуйған
Рәсәйҙең ХХI быуатҡа килеп инеүе уның алдына яңы цивилизацияның тиҙләп үҫеүе, постиндустриаль йәмғиәттең формалашыуы менән бәйле сираттағы талаптарҙы ҡуйҙы. Реформаларҙы ғәмәлгә ашырыуға хәтһеҙ ваҡыт кәрәк буласаҡ. Уны уңышлы тамамлау өсөн яҡшылап уйланылған, иҫәпләнгән, фәнни нигеҙләнгән стратегия кәрәк ине. Был йәһәттән уй-фекерҙәрҙе анализлаған, тикшергән лаборатория булараҡ, академик Ә.Х. Мәхмүтов етәкселегендәге “Экономика и управление” журналы мөһим урын тотто. Һеҙҙең хәбәрсегеҙгә лә ошбу журналда байтаҡ аналитик очерктар баҫтырыу насип булды.
Иҡтисадсы-ғалимдарҙы, әле булһа, “баҙарсылар” менән “дәүләтселәргә” бүлеп йөрөтәбеҙ. Бындай бүлеүҙең шартлы икәнлеге мәғлүм, ләкин өлкән дуҫымдың ҡайһы төркөмгә ҡарауын белге килә. Уйлауымса, донъя күргән хеҙмәттәренең исеме генә лә ғалимдың үҙ фәнендәге урынын иҫбатлай. “Баҙар иҡтисады булһын, баҙар йәмғиәтенә – юҡ”, “Баҙар фундаментализмы һәм ялған баҙар”, “Ниндәй дәүләт төҙөйбөҙ һуң беҙ?”, “Башҡортостан баҙар юлында”... Һанай китһәң, хеҙмәттәр бихисап, һәм улар 10–15 йыл эсендә яҙылған. Көнүҙәк булыуҙарын әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй, ә бына ғалимдың киң мәғлүмәтлелеге һәм стилистик оҫталығы иң юғары баһаға лайыҡ.
Иҡтисадтың тамырынан үҙгәреш кисереүе осоронда яңынан-яңы проблемаларҙың хасил булып тороуы тәбиғи, тормош башҡа, шаҡтай ҡатмарлы, ҡайһы саҡ ҡапма-ҡаршылыҡлы мәсьәләләрҙе алдыбыҙға ҡуя һәм артабан да шулай дауам итәсәк. Фекере салҡар, тормошта тотҡан урыны аныҡ ғалим уларҙы күрмәмешкә һалыша башлай. Мөмкинлегенә, ғилеменә ҡарап, ул мәсьәләләрҙе өйрәнә һәм фәнни йәһәттән нигеҙләнгән тәҡдимдәр индерә. Программалар әҙерләүсе ғалимдарҙы, мәҫәлән, хәрби структураларҙағы штаб хеҙмәткәрҙәре менән сағыштырырға булалыр, шәт. Ғөмүми хәлде уларҙың стратегик баһалай белеүе һәм алда закондарҙың ниндәй рәүеш аласағын күҙаллау һәләте хужалыҡтың айырым тармаҡтарының ғына түгел, бәлки тотош республиканың эшмәкәрлегенә йоғонто яһай ала.
Әнәс Хөсәйен улы менән ошо, кемдәрҙелер ялҡытҡан, темаға йыш әйләнеп ҡайтыр булдыҡ. Һүҙ артынан һүҙ эйәреп, онотоп та китәбеҙ. Мин дә йәш кеше түгел, ә республикалағы ижтимағи-сәйәси ағым уртаһынан һис тә тайпылырға теләмәгән академик Мәхмүтовҡа ошо көндәрҙә 90 йәш тулды. Фәнде онотобораҡ, мауығыуҙарын тыйыбыраҡ йәшәһә лә, ғалимға ҡырын һүҙ әйтеүсе булмаҫ ине. Юҡ бит, һаман төрлө уй-ниәттәр менән дәртләнеп китә. Әнәс Хөсәйен улына яҡташы, Рәсәй Фәндәр академияһы ағзаһы Раил Ғүмәр улы Кузеев “идееноситель” тигән исемде бер ҙә юҡҡа бирмәгән икән. Ундағы тәҡдимдәр, пландар, фантазияларҙың ахыры-төбө күренәһе түгел. Һуңғы осорҙарҙа ныҡ ҡына сирләп торһа ла, ғалим менән күрешеп һөйләшеү рәхәт, сөнки ул ифрат ябай кеше. “Кеҫәһендә һуҡыр тине лә булмай тороп, дуҫтарына шундай кәңәштәр биргән һәм ошоноң һөҙөмтәһендә уларҙы ла бер тинһеҙ ҡалдырған кеше иҡтисадсы була инде”, – тип мәрәкәләүгә лә үпкәләмәй. Уның дәртенә һәм тормошто һөйөүенә, шулай уҡ фиҙакәрлек һәм түҙемлегенә генә ысынлап көнләшәм мин. Әнәс Хөсәйен улы Мәхмүтовта рухи ҡиммәттәрҙе мөлкәттән өҫтөн ҡуйған Рәсәй зыялыларының аҫыл сифаттарын күрәм.